Эстәлеккә күсергә

Ирәмәл (күҙәтеү тәгәрмәсе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ирәмәл (күҙәтеү тәгәрмәсе)
рус. Иремель
Ил Россия
Город Уфа
Төҙөүсе ОАО «Аттракцион»[1]
Төҙөлөшө 20142015 йылдар
Төп ваҡиғалар:
ноябрь 2014 — начало строительства
21 февраля 2015 — открытие
Бейеклеге 60 м
Бөгөнгө хәле открыто для посещения

2015

Ирәмәл (рус. Иремель) — Өфө ҡалаһы Киров округының Бакалинский һәм Менделеев урамдары киҫелешендә урынлашҡан күҙәтеү тәгәрмәсе. 2015 йылда асылған. Уның бейеклеге 60 метр,[2] ҡалала иң юғары күҙәтеү тәгәрмәсе. Сағыштырыу өсөн, 2014 йылда Мәжит Ғафури исемендәге паркта асылған "Седьмое небо " тәгәрмәсе, уның бейеклеге 48 метр[3]. Бейеклеге буйынса, Сочиҙағы Лазаревское паркындағы (83 м), Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһының яр буйындағы (73 м)[4], Мәскәүҙең 850 йыллығы исемендәге (73 м)[5][6], Ҡазандағы «Ривьера»(65 м)[7] һәм Дондағы Ростовтағы «Бер күк йөҙө» (65 м)[8] Рәсәй күҙәтеү тәгәрмәстәренән ҡала, алтынсы урынды алып тора.

«Ирәмәл» 2015 йылда яңы ҡунаҡханалар, «Нефтяник» стадионы, Ете ҡыҙ фонтаны һәм башҡа объекттар менән бер рәттән яңы төҙөлөштәр исемлегенә инә. Күҙәтеү тәгәрмәсе бик тиҙ, дүрт айҙа төҙөлөп бөтә. Май айында асырға тип планлаштырылһа ла,[9][10] төҙөлөш 2014 йылдың ноябрендә үк тамамлана[11][12], 2015 йылдың 1 февралендә тантаналы асыла[13]. Ирәмәл комплексы менән ҡунаҡхана араһындағы территорияла төҙөлә. Ә уның янында балалар мини-паркы урынлашҡан.

Характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң бейек нәктәһе 60 метрға етә, күҙәтеү киңлеге 58 метр. Бер тәгәрмәс әйләнеше — 15 минутҡа тиклем ваҡыт ала [14]. Конструкцияның ауырлығы 170 тонна. Кабиналар һаны 24, һәр береһе 6 кеше һыйҙыра. Кабиналарҙа кондиционер, яҡтылыҡ һәм йомшаҡ креслолар бар. Күҙәтеү тәгәрмәсендә бер үк ваҡытта 144 кеше була ала. Бер сәғәт эсендә 800 кешене үткәрә. Йыл буйына эшләй. 2016 йылда билет хаҡы ололар өсөн 150 һум, балалар өсөн 100 һум була. Аттракцион йәйгеһен 10:00-23:45, ҡышҡыһын 12:00-23:45.тиклем эшләй.

[15][16] Төҙөлөштән һуң Өфө ҡалаһында йәшәүселәр уны уңайһыҙ урынлашыуы һәм насар күренеш өсөн тәнҡитләй. Һуңғараҡ халыҡ унан ҡаланың иң матур һәм иҫтәлекле урындарын күреп ризалаша. Күҙәтеү тәгәрмәсенән Дуҫлыҡ монументы [17], Салауат Юлаев һәйкәле [18], Республика йорто һәм башҡа киң билдәле урындар күренә.

Төрлө формалағы конденсаторҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Специалисты ОАО "Аттракцион" устанавливают в Уфе "Колесо обозрения"
  2. Колесо обозрения в Уфе запустят 21 февраля
  3. В Уфе заработало новое колесо обозрения 2016 йыл 7 март архивланған.
  4. http://www.chel.aif.ru/dosug/v_chelyabinske_zapustili_73-metrovoe_koleso_obozreniya
  5. Новое колесо обозрения в Твери станет одним из самых высоких в России
  6. ТОП 10 самых высоких колес обозрения в России
  7. http://www.evening-kazan.ru/articles/vokrug-sveta-za-18-minut-v-kazani-zapustili-novoe-koleso-obozreniya.html
  8. http://www.rostov.kp.ru/daily/26568.5/3584080/
  9. В Уфе второе колесо обозрения откроется весной 2015 года // RuNews24.ru
  10. На строящемся колесе обозрения в Уфе установили кабинки
  11. В Уфе у ТРК «Иремель» появится второе колесо обозрения 2016 йыл 5 март архивланған. // Открытая страна, ostrana.ru
  12. Еще одно большое колесо обозрения появится в Уфе около ТК «Иремель» 2018 йыл 20 ғинуар архивланған.
  13. 21 февраля в Уфе запустят самое высокое колесо обозрения в ПФО 2016 йыл 11 май архивланған.
  14. Чёртово колесо в Уфе 2015 йыл 3 апрель архивланған.
  15. Колесо обозрения возле «Иремеля» не всем оказалось по душе
  16. Уфа-2015: обновления
  17. Монумент Дружбы (Уфа) (рус.) // Википедия. — 2016-10-17.
  18. Памятник Салавату Юлаеву (Уфа) (рус.) // Википедия. — 2016-10-25.