Эстәлеккә күсергә

Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ишемғужина Айгөл Рамаҙан ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Ишемғужина (Иҙелбаева) Айгөл Рамаҙан ҡыҙы (5 октябрь 1977 йыл) — журналист, шағир, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар берлектәре ағзаһы.

Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева) сығышы менән Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын 1999 йылда тамамлап, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейында уҡытыусы булараҡ башлай. 2000 йылдан алып 18 йыл «Һаҡмар» гәзитендә, артабан 2 йыл Баймаҡ телевидениеһында хәбәрсе була.

Әлеге ваҡытта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк район китапханаһында эшләй. Ике тиҫтә йыл китапхана янындағы «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһен етәкләй, һуңғы йылдарҙа «Игебай мәктәбе» клубын да алып бара.

Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар берлектәре ағзаһы. Шиғырҙары З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Балҡыштар», «Йырлы йортом», «Биҙәктәр» йыйынтыҡтарына ингән, шулай уҡ альманахтарҙа донъя күргән. Сибай типографияһында «Ҡарағай менән аҡ бейеү» исемле проза йыйынтығы баҫылды. Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге республика әҙәби, Ю.Мәҡсүтов исемендәге Баймаҡ районы журналистар премиялары, «Йәшлек» гәзите лауреаты.

Тормош иптәше Венер Мәхмүт улы Иҙелбаев менән Яҙгөл, Айгизә һәм Динислам исемле балалар үҫтерәләр. Кескәйҙәре лә, үҙҙәре кеүек, күп ҡырлы ижади шәхестәр булып үҫеп килеүе һөйөнөслө.

  • З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә 2004 йылда «Балҡыштар»
  • 2009 йылда «Йырлы йортом», 2019 йылда «Биҙәктәр» йыйынтыҡтары
  • 2022 йылда Сибай типографияһында «Ҡарағай менән аҡ бейеү» китабы сыҡты.
  • Шулай уҡ Бәләбәй, Сибай ҡалаларында сыҡҡан альманахтарға инде.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БР Яҙыусылар Союзының Рәхмәт Хаты (2019)
  • БР Яҙыусылар союзының Почет грамотаһы (2021)
  • БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ойошторған республика «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсында «Ҡатын-ҡыҙ — мәҙәниәт» номинацияһы еңеүсеһе (2018 йыл).