Эстәлеккә күсергә

Иҡтисади глобалләшеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Иҡтисади глобалләшеү — бөтә донъяла милли дәүләттәр иҡтисадтарының бер-береһенә бойондороҡло бәйләнешенең көсәйеүе, ул тауарҙар, хеҙмәттәр, технологиялар һәм капиталдарҙың дәүләт сиктәре аша хәрәкәт итеү тиҙлеге һәм уларҙың күләмдәре артыуына бәйләнгән[1]. Илдәр араһында иҡтисади интеграцияның көсәйеүе айырым баҙарҙарҙың бер бөтөн донъя баҙары булып ойошоуына килтерә[2]. Иҡтисади глобалләшеүҙең ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла бар.

Иҡтисади глобалләшеүгә етештереү ҡеүәттәренең, баҙарҙарҙың, конкуренцияларҙың, технологияларҙың, корпорацияларҙың һәм тармаҡтарҙың глобалләшеүе инә[1].

Иҡтисади глобалләшеү билдәләре халыҡ-ара сауҙа барлыҡҡа килгәндән алып бер нисә мең йыл һуҙымында күҙәтелә. Ләкин һуңғы 20-30 йылда был күренештең тиҙлеге йылдам арта[3]. Был алдынғы илдәр иҡтисадының үҫештәге илдәр иҡтисадтары менән ҡушыла барыуының һөҙөмтәһе булып тора. Сит илдәрҙән туранан-тура инвестициялар индерелеү, сауҙа юлындағы кәртәләрҙең кәмеүе һәм үҫештәге илдәр иҡтисадтарының модернизацияланыуы ла ошоға этәрә.

  1. 1,0 1,1 Joshi, Rakesh Mohan, (2009) International Business, Oxford University Press, New Delhi and New York ISBN 0-19-568909-7  (инг.)
  2. Riley, T: «Year 12 Economics», page 9.
  3. Riley, T: «Year 12 Economics», page 12.