Йософ Баласағуни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йософ Баласағуни
Тыуған көнө:

яҡынса 1040-сы йылдар

Тыуған урыны:

Урта Азияның Баласағун ҡалаһы

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе

Йософ Баласағуни — (Тыуған ваҡыты яҡынса 1040-сы йылдар ). Урта Азиялағы Баласағун ҡалаһында тыуып үҫкән. Туған телен, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, йолаларын сикһеҙ яратҡан. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен яҡшы белгән. Нәфис һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе булараҡ даны таралғас, ҡараханиҙар дәүләте батшаһы Боғра хан мәрмәрһарайына кәңәшсе (хас хажип) итеп ҡуйған. Боғара ханға арнап ул «Ҡутадғу билиг» әҫәрен ижад иткән.

Йософ Баласағуниҙың «Ҡугадғу билиг» («Ҡот килтереүсе белем») әҫәре 1068 — 1069 йылдарҙа Боғра-ханға бағышлап ижад ителгән. Был әҫәр — төрки халыҡтарының беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған иң боронғо уртаҡ поэтик ҡомартҡыларының береһе. Әлеге көндә «Ҡугадғу билиг» әҫәренең өс ҡулъяҙма күсермәһе билдәле. Уларҙың береһе — 1797 йылда Ҡаһирәлә, икенсеһе — XIX быуаттың егерменсе йылдарында Стамбулда һәм өсөнсөһө 1914 йылда Үзбәкстандың Наманган ҡалаһында табылған. Күсермәләр уйғыр һәм ғәрәп графикаһында яҙылған.

Әҫәр 13 меңгә яҡын шиғри юлдан, 73 бүлектән тора. Йөкмәткеһе, сюжеты бик үҙенсәлекле: баштан аҙаҡҡа тиклем Күнтоғды, Айтолды, Өгдүлмиш һәм Үзгүрмиш исемле заттарҙың тормош, ысынбарлыҡ хаҡындағы уйланыуҙарына, үҙ-ара бәхәстәренә ҡоролған. Күнтоғды — ғәҙеллек, Айтолды — дәүләт, Өгдүлмиш — аҡыл һәм Үзгүрмиш ҡәнәғәтлек кәүҙәләнеше. Ошо шартлы геройҙары исеменән автор кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе, ғаилә татыулығы, ата-әсәләр менән балалар мөнәсәбәте, хеҙмәттең кеше тормошондағы урыны, батшаны мәрхәмәтле итер сифаттар, феодаль дәүләт ҡоролошо, ил менән етәкселек итеү ысулдары, аҡыл, белем, һуғыш, тыныслыҡ һәм башҡалар хаҡында һүҙ йөрөтә. Был мәсьәләләргә үҙ ҡарашын да белдерә бара.

Й. Баласағуни һәр урында уйлап, аҡыл менән эш итеү, ғәҙел һәм кешелекле булыу яҡлы. Ул уҡымышлылыҡты кешенең абруйын, баһаһын күтәрә торған төп сифаттарҙың береһе һанай. Әҫәрҙә боронғо мәҡәлдәр һәм әйтемдәр күп урын алған. Уларҙың байтағы төрки халыҡтарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа, әле лә йыш ҡулланыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. 9-сы класс, 2001 йыл. Өфө-Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте.
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. ISBN 5-295-02743-0

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]