Йүрмә
Йүрмә — башҡорт халҡының милли ризығы.
Эсәктән йүрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарыҡтың 500 грамм ас һәм 300 грамм туҡ эсәге, 50-100 грамм туң май, 100—200 грамм кесерткән япрағы алына. Яҡшылап йыуылған эсәкте бүрттереп алғас, сөм һауытҡа һөҙөп, ипләп кенә сәс ишеләй үрәбеҙ. Табала йәки ҡаҙанда туң май иретеп, үрелгән эсәктәрҙе ваҡланған кесерткән ҡушып ҡурабыҙ. Ул ҡурҙаҡ кеүек әҙерләнә. Араһына туралған һуған һалып ебәрергә лә мөмкин. Ике яғын да тигеҙләп ҡурғас, яҫы тәрилкәгә йәки батмусҡа төшөрөп, өҫтөн яңы өҙөп алынған кесерткән япраҡтары менән биҙәйбеҙ.
Балыҡ менән тауыҡ итенән йүрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бешереү өсөн 1 тауыҡ, 1 килограмм таҙартылған балыҡ, 3 баш һуған, 1 йомортҡа, 1-2 ҡалаҡ манный ярмаһы, 6-7 бөртөк борсаҡлы ҡара борос, 5 теш һарымһаҡ, 2-3 лавр япрағы, 3-4 зәғәфрән орлоғо, 2-3 керән япрағы, йєшел һуған, 1 стакан ваҡланған шәфәри талап ителә.
Йүрмә өсөн тауыҡ һурпаһы әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәш, майһыҙ тауыҡ түшкәһе 1,5 литр һыуҙа ҡайнатыла, 1 баш һуған һалына. Тәүҙә шәп, унан талғын, ә артабан яй ғына утта, һурпа 1 литр ҡалғансы, ҡайнатырға. Тауыҡты һөҙөргә, һуғанды ташларға. Һөҙлөгөн йыйып алырға, һурпаны һөҙөргә. Әҙер һурпаны тондорорға ҡуйып торабыҙ. Ул үтә күренмәле булырға тейеш.
Йүрмә өсөн балыҡ һурпаһы әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эре ҡылсыҡлы, тәңкәле, ҡыҙыл йәки аҡ итләс балыҡ (ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, йылға алабуғаһы һ.б.) алына. Балыҡты 6-7 сантиметр ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә бүлгеләп, 2 баш һуған һалып, тоҙло һыуҙа ҡайнатырға. Балыҡ һурпаһы яҡынса 0,5-0,6 литр булырға тейеш. 15-20 минут ҡайнатҡандан һуң, балыҡты һөҙөп, ҡылсыҡтарынан таҙартырға. Балыҡ һурпаһы һыуынмаҫ борон өҫтөнә әкрен генә тауыҡ һурпаһы ҡоябыҙ. Ҡушылған һурпа талғын утҡа ҡуйыла.
Йүрмә өсөн тауыҡ ите йомарламдары әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап турарға. Тауыҡ итен һөйәгенән айырып, бысаҡ менән ваҡлап турарға (ит үткәргестән ярамай). Шул иткә сей йомортҡа, манный ярмаһы, ваҡлап туралған йәшел һуған ҡыяғы, керән япрағы ҡушып бутарға ла бәләкәй йомарламдар яһарға. Ит түңәрәктәрен ҡайнап ултырған һурпаға һалырға, утты көсәйтергә. Йомарламдар һурпа өҫтөнә ҡал-ҡып сыҡҡансы ҡайнатырға ла айырым һауытҡа һөҙөргә. Һурпаға йәшел тәмләткестәр өҫтәп, тағы 2-3 минут ҡайнатырға. Артабан балыҡ ите менән йомарламдарҙы кире һурпаға һалып, 2 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Әҙер йүрмәне уттан алғас, ҡапҡас менән ябып, 5-6 минутҡа томалайбыҙ. Һуңынан тәрилкәләргә һалып, табынға ултыртабыҙ/
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, ноябрь 2011 йыл
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |