Каприяна монастыры
Уҡыу көйләүҙәре
| Монастырь | |
| Ил | Молдавия |
| Ауыл | Кэприяна |
| Конфессия | Православие |
| Нигеҙләүсе | Александр Добрый |
| Нигеҙләнгән | 1429 |

Кэприяна Изге-Успения Монастыры (Каприяна монастыры, рум. Mănăstirea Căpriana) — Молдованың православие сиркәүе монастыры.
Бессарабияның иң боронғо православие монастырҙарының береһе. Кодры урмандарында, Кишиневтан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Баш ҡаланан күп һандағы осһоҙло транспорт (каприяна маршрутында барыу 17 лей тора 2015 йыл 6 октябрь архивланған.) Кэприяна монастырын эске туризмдың иң популяр урындарының береһе итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1420 йылда тәүге тапҡыр был ерҙәрҙәге монастырь телгә алына.
- 1429 йыл. Монастырь Александр Добрый талабы буйынса хаким (господарь) монастыры булып китә. Был йыл монастырға нигеҙ һалынған йыл тип иҫәпләнә.
- 1545 йыл. Петр Рареш IV башлаған Троицк сиркәүен реконструкциялау бара.
- 1840 йыл. Ҡышҡы сиркәү төҙөлә.
- 1962 йыл. Монастырь ябыла һәм бөтә совет осоронда ташландыҡ хәлдә була.
- 1989 йыл. Монастырь яңынан асыла.
- 2002—2005 йылдар. Реставрациялана.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каприяна монастырында митрополит Гавриил (Бэнулеску-Бодони) ерләнгән.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Успения сиркәүе
- Монастырь эсендә
- «Ҡышҡы сиркәү»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Mănăstirea Căpriana» 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
- Бессарабия һәм Молдавия монастырҙары