Касперовка
Касперовка — иҫке Таганрогтың төньяҡ-көнсығыш сите, ҡала коменданты, генерал И. П. Касперовтың элекке ер биләмәһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Касперовка — нығытма коменданты генерал-лейтенант Иван Петрович Касперовҡа (1740— 1814)[1] ҡараған ҡала еренең ҙур районы.
Касперов үҙ ерҙәрендә тут ағастары ултырта, был аллеяларҙың береһе — хәҙерге Газ урамы[2]. Россияның Көньяғы тут ағастарының («тютина») таралыуына тап бына Каспаровҡа бурыслы, ул тут ағастарын ебәкселек тармағы[3] булдырыу ниәте менән үҙенең имениеһендә ултыртҡан була.
Үлгәндән һуң имениены уның вариҫтары өлөшләп[2]. Район частями сдавался под огороды, а позже здесь были построены первый и второй кожевенные заводы купца Серебрякова[1] беренсе һәм икенсе күн заводтары төҙөлә.
Төҙөлгән ҡасабала нигеҙҙә эшселәр йәшәй. 1861 йылда яҡынса 350 кеше йәшәгән 70 өй була, 1873 йылда инде 5000 кеше[2] йәшәгән 550 йорт була. 1877 йылда баҙар төҙөлә, кибеттәр, трактир, мунса[2] була. 1870 йылдарҙа уҡ Касперовканы ҡалаға ҡушыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла, тик, рәсми рәүештә, район Таганрог ҡалаһы составына 1916 йылда[4] ғына инә.
Касперовка һәм Скараманговка районында йәшәүсе хулигандарҙы Таганрогта, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, «фараондар» тип атайҙар, ә башҡа ҡалаларҙа «фараондар» тип городовойҙарҙы[4][5] атайҙар.
1924 йылда Касперовканың исеме Завод ҡаласығы[2] тип үҙгәртелә. Һуңғараҡ ул Орджоникидзе районы[2] составына инә. «Касперовка» атамаһы Таганрог халҡы телендә бөгөнгө көндә лә йәшәй[2][3][6].
Бөгөнгө көндә «Касперовка» Таганрогтың халыҡ тығыҙ йәшәгән районы, ул Үҙәк ял һәм мәҙәниәт паркынан алып металлургтар ҡаласығына тиклем һуҙыла[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Емельянов С. Н. Поговорим о названиях // www.proza.ru. — 2008. — 7 ноября.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Киричек М. С. Касперовка // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 384. — ISBN 978-5-88040-064-5.
- ↑ 3,0 3,1 Амелина А. Маркиз и другие. Дворянские корни ростовского «неформала» // Неизвестный Ростов. — 2010. — 26 фев.
- ↑ 4,0 4,1 Гаврюшкин О. П. Гуляет старый Таганрог: Исторический очерк. — Таганрог: АИ МИКМ, 1997. — 395 с. — ISBN 5-86746-019-3.
- ↑ Чаленко С. «Фараоны» с городских окраин // Таганрогская правда. — 2012. — 12 июля.
- ↑ Хаславский О. Избранное. — Таганрог: Антон, 2009. — С. 120. — ISBN 978-5-88040-065-2.