Эстәлеккә күсергә

Кассар Джироламо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кассар Джироламо
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Мальта
Тыуған көнө 1520[2]
Тыуған урыны Биргу[d], Port Region (Port)[d], Мальта
Вафат булған көнө 1592
Вафат булған урыны Валлетта, Мальта
Ерләнгән урыны Basilica of St Dominic[d]
Балалары Vittorio Cassar[d]
Һөнәр төрө архитектор, военный инженер
Эшмәкәрлек төрө архитектура
 Кассар Джироламо Викимилектә

Кассар Джироламо (1520 йыл тирәһе — 1586 һәм 1592 йылдар араһында) — Мальта архитекторы һәм хәрби инженеры, уның проектары буйынса хәҙерге баш ҡала Ла-Валлетта ҡалаһында бик күп биналар төҙөлә. Мальтаның Биргу ҡалаһында тыуыуы дөрөҫтөр (Гирджа тыуған төйәге булыуы ихтимал). Ул ғаиләһе менән Сицилиянан яҡынса 1440 йылдар тирәһендә күсеп китә. 1560 йылда Дьерба утрауы янындағы алышта ҡатнаша, ә 1565 йылда, Мальтаны Бөйөк ҡамау ваҡытында, утрау ғосман ғәскәрҙәре тарафынан ҡамауға алынғас, архитектор Франческо Лапарелли менән берлектә һәм уның етәкселеге аҫтында эшләй. Ул утрауға Италия һәм Испаниянан ҡамау ваҡытында госпитальерҙар яғында һуғышырға килгән була. Уның етәкселегендә ғосмандар һөжүме һөҙөмтәһендә емерелгән нығытмалар тергеҙелә һәм бер нисә хәрби машина төҙөлә, әммә уның индергән өлөшө тураһында тулыһынса билдәле түгел. Ҡамауҙан һуң госпитальерҙар Скиберрас ярымутрауының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә нығытылған яңы баш ҡала төҙөргә ҡарар итә. Кассар ҡаланы планлаштырыу һәм төҙөү мәсьәләләре менән шөғөлләнә һәм 1569 йылда Лапарелли Мальтанан киткәс, проекттың баш архитекторы була. Был ваҡытҡа ҡаланың нығытмалары төҙөлөшө тамамланған тиерлек була, һәм Кассар эшенең күп өлөшөн йәмәғәт биналарын төҙөүгә йүнәлтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның донъяуи һәм дини биналарҙы проектлауҙа һәм төҙөүҙә тәжрибәһе булмау сәбәпле, был өлкәлә белем ала алһын өсөн, Италияға ебәрергә хәл итәләр[3]. Кассарҙың утрауҙан ысынлап та китеүе тураһында яҙмалар һаҡланып ҡалмай, әммә китеүе ихтимал, сөнки Валлетта ла ул ваҡытта Италияла хакимлыҡ иткән архитектура стиленә оҡшашлыҡ бар. Әгәр ул Италияла 1569 йылдың апрель аҙағына тиклем булған хәлдә лә, Мальтаға шул йылда уҡ ҡайта. 1592 йылда Мальтала вафат булған, тип иҫәпләнә, ләкин был 1586 йылдан 1592 йылға тиклемге осорҙа ла булыуы мөмкин (йыш ҡына 1589 йылдың ғинуары үлем көнө итеп күрһәтелә)[4]).

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1029295980 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Gerolamo Cassar // Structurae (ингл.)Ratingen: 1998.
  3. The Maltese Architect Gerolamo Cassar. Malta Architecture. Angelfire. Дата обращения: 10 апрель 2015. Архивировано 9 июль 2015 года.
  4. Dictionary of Maltese Biographies Vol. 1 A-F (инг.). — Pietà: Pubblikazzjonijiet Indipendenza, 2009. — P. 520—521. — ISBN 9789993291329.