Эстәлеккә күсергә

Категория:Тәбиғи сүстәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

[үҙгәртергә]

Биологик юл менән (үҫемлек, хайуан организмында) йәки геологик процестар барышында барлыҡҡа килгән тәбиғи сүстәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ошондай төрҙәргә бүлеп була:

үҫемлек сүсе - башлыса целлюлоза, йыш ҡына лигнинлы була:мәҫәлән, мамыҡ, киндер сүсе, джут, етен, рами (ҡытай кесерткәне сүсе), сизаль (агава сүсе). Үҫемлек сүстәре кейем туҡымаһы етештереүҙә файҙаланыла. Ағас сүсе башлыса ҡағыҙ, шулай уҡ ДВП сығарыуға китә.

хайуандарҙан алынған сүс - аҡһым сылбырҙарынан торған оҙон епсәләр. Мәҫәлән, йөн, сәс, мал мамығы һ.б.

минераль сүс - асбест. Ул берҙән-бер "таш" еп, ул оҙон епсәләрҙән тора. Ҡыҫҡа епсәле минералдар: галлуазит, аттапульгит (Palygorskite, attapulgite)

«Тәбиғи сүстәр» категорияһындағы биттәр

Был категорияла бер генә бит бар.