Категория буйынса фекерләшеү:Баныу яҙған Башҡорт исемдәре 2021 проекты мәҡәләләре

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Баныу апай, конкурсҡа тәҡдим ителгән биш мәҡәләгеҙҙе тикшереп, төҙәтеп иҫәпкә ҡабул иттем. Дөйөм алғанда мәҡәләләрегеҙ сифаты юғары кимәлдә тип баһаларға була. Шулай ҙа камиллыҡтың сиге юҡ. Шуға күрә мин төҙөткәндәрҙе сағыштырып ҡарағыҙ: 1) этимология бүлегендә иҫкәрмәләрҙе Кусимова китабына дөрөҫ итеп ҡуйығыҙ (һылтанмалар бүлегендә үҙегеҙсә ҡалдырырға мөмкин). 2) Шәхестәр мәҡәләһенән преамбуланы күсергәндә иҫкәрмәләрҙе алып ташлағыҙ. 3) Ул преамбулаларҙа өҫтәп зәңгәр һылтамалар ҡуйырға тәҡдим итәм, бер ыңғайҙан шәхес мәҡәләһендә лә ҡуйып барһағыҙ уғата шәп булсаҡ. 3) Йыш ҡына яңы һөйләм менән алдағы һөйләмдең нөктәһе араһында буш тамға юҡ. Башҡа конкурсаттарға ла ярҙам итһәгеҙ ине, яңы килгәндәргә. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:27, 9 октябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Рөстәм Шакирйән улы, иҫкәрмәләрегеҙҙе уҡыным, кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт, мәҡәләләрҙе ҡарап, төҙәтеп сығырмын. Баныу (әңгәмә) 17:08, 9 октябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Баныу апай, афарин. Мин тағы 5 мәҡәләңде ҡабул иттем, өҫтәмә төҙәтеп. Тағы бер ҡат сағыштырып ҡарағыҙ. Преамбулала исемдән һуң йәйә эсендә ҡайһы телдән ингәнен күрһәтмәгеҙ, этимлогия бүлегендә яҙыла бит. Шәхестәр теҙмәһендә ҡайһы берҙә икешәр буш юл ҡала, исемлек матур булып күренмәй. Шуларҙы тағы бер ҡат төҙөтеп сыҡһағыҙ мәҡәләләргеҙ өлгө кимәлендә буласаҡ. Ҡабаттан тикшереп тормай ✔ ҡуйып сығырмын. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:15, 10 октябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Ярай, төҙәтермен Баныу (әңгәмә) 10:14, 10 октябрь 2021 (UTC)[яуап бирергә]