Категория буйынса фекерләшеү:Иудаизмдың изге китаптары
Уҡыу көйләүҙәре
Атама
[сығанаҡты үҙгәртеү]Иудаизмды "Йәһүдилек" тип алғайныҡ бит, бынан баш тартабыҙмы? Guram52 (әңгәмә) 04:58, 18 ноябрь 2022 (UTC)
- «Йәһүдилектең изге китаптары» тип әйтеү бер ҙә ҡолаҡҡа ятмай, шуға «Иудаизмдың изге китаптары» тип алдым. Оҡшамаһа, төҙәтегеҙ. «Йәһүдилек» һүҙлектә лә юҡ икән, башҡортлаштырыу өсөн шулай алынған.--ZUFAr (әңгәмә) 08:08, 18 ноябрь 2022 (UTC)
- ZUFAr, үҙгәртер өсөн түгел, бер төрлөлөк булһын өсөн фекер яҙҙым. Иуда һүҙе лә ҡолаҡҡа ятмай, татар "Йәһүд дине" тип алған, сөнки шул милләт дине.Бәлки уларҙыҡы кеүек алырғалыр? Милләте менән дине бер уларҙың. Телебеҙҙә милләт атамаһы булған килеш, боронғо грек терминын ҡулланабыҙмы? Һүҙлектәр иһә совет осоронан, йәғни атеизм-дәһрилек осоронан ҡалған, хәҙер уларға таяныу - кисәге көн менән йәшәү. Дини терминдар һүҙлеге сығарыу ихтыяжы бар,. Терминология хеҙмәтенә Башвики исеменән тәҡдим итергә кәрәк, беҙҙең ресурста тәржемә ителгән терминдар күп бит--Guram52 (әңгәмә) 20:23, 18 ноябрь 2022 (UTC)