Категория буйынса фекерләшеү:1700-сө йылдарҙа барлыҡҡа килгәндәр
Уҡыу көйләүҙәре
- Йылдар тулы яҙылғанда ҡасандан алып ялғау ҡушыла башланы? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:52, 9 февраль 2016 (UTC)
З. ӘЙЛЕ, нисек булырға тейеш төҙәтергә кәрәк. --Саган (әңгәмә) 04:23, 10 февраль 2016 (UTC)
- Урыҫ телендәге «созданные в 1700-е годы» тигәндән калька булып килгән был нәмәгә мин былтыр уҡ иғтибар иткәйнем. Һорау биргәс: 1700 менән 1710 йыл араһы мәғәнәһендә — йә «1700—1710 йылдарҙа», йә «18 быуаттың 10-сы йылдарында» тигән формала алыр инем, тине бер тәржемәсе. Әлеге тиклем был мәсьәләне күтәрмәнем, шикелле. Әйҙә, уйлашайыҡ. Ялғау яҙыуҙың дөрөҫлөгөнә килгәндә (сағыштырып тикшереү өсөн был форма БашВикинан башҡа ҡулланылмай ҙа, шикелле), алдан әйтелгән мәғәнәлә булғанда — ялғау ҡушыу хата булмайҙыр ул. --Айсар (әңгәмә) 05:14, 10 февраль 2016 (UTC)
- Был осраҡта конкрет йыл күҙҙә тотолмай, ә дөйөмләштереүсе дата, шуның өсөн ялғау хата түгел Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 06:45, 10 февраль 2016 (UTC)
- Был һорауға хатта исем-атлы телселәр ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алманы, баҡтиһәң, бер ниндәй ҡағиҙә лә юҡ икән. Барыһы ла Айсарҙың яҙмаһының тәүге өлөшөндәге фекергә өҫтөнлөк бирә. Тимәк, тел буйынса эшләйһе эштәребеҙ күп икән әле... --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:56, 11 февраль 2016 (UTC)