Католиктар ғибәҙәтханаһы (Таганрог)
Католиктар ҡорамы | |
Католический костёл
| |
Файл:Католиктар ғибәҙәтханаһы, Таганрог2.jpg | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Конфессия | Католиклыҡ |
Проект авторы | архитектор Россинский |
Төҙөлөшө | 1807—1810 йылдар |
Бөгөнгө хәле | эшләмәй |
Католик костел — Таганрог ҡалаһында католиктар сирәүе.
Костелдың адресы: Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы, Фрунзе ур., 58.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таганрогта сауҙа үҫешкәнлек арҡаһында булдылар Европалағы сит илдәрҙән кешеләр ҡалаға килә башлағандар.1860 йылда төрлө флагтар аҫтында 20 - гә яҡын илдән ҡала диңгеҙ порты причалдарына туғыҙ йөҙ карап килеп туҡтаған.Шунлыҡтан ҡалала сит илдәрҙең консуллыҡтары асылған. Был ваҡытта уларҙың һаны ун алты булған: улар Австрия, Бельгия, Бөйөк Британия, Греция, Испания һәм Парма, Мекленбург-Шверин, Неаполитания, Нидерланды, Ольденбург Португалия, Россия, Сардина , Тоскана, Төркиә, Франция һәм Швеция консуллыҡтары. Ҡалала төрлө дингә ҡараған кешеләрҙең булыуы бында төрлө дини йорттар һалыуҙы талап иткән.
Таганрогта йәшәүсе католиктарҙың элек үҙ сиркәүҙәре булмаған. Ҡала башлығы барон Б. Б. Кампенгаузен үтенесе буйынса император Александр I католиктар өсөн ҡаҙна иҫәбенә Рим-Католик сиркәүен төҙөргә рөхсәт алынған. Император Александр I сиркәүҙе дөйөм төҙөлөш комитеты сығанаҡтарына төҙөргә ҡуша һәм был йорт төҙөү өсөн католик динендәге кешеләрҙән махсус рәүештә аҡса йыймаҫҡа бойора.
Сметаһы 17 мең һум тәшкил иткән бинаның проектын урындағы Рәсәй архитекторы эшләнгән . Сиркәүҙе төҙөү өсөн кирбес һәм эзбизды Кампенгаузен тарафынан төҙөлгән кирбес заводынан алғандар. 1807 йылдың май айында сиркәүҙең урыны изгеләндерелгән. Сиркәүҙе сауҙагәр И. Тамбала төҙөй башлаған, ә төҙөлөштө сотник Николаев тамамлаған. Костелдың эске биҙәүен католиктар үҙ иҫәптәренә башҡарған. Сиркәү ҡалала йәшәүсе өс йөҙҙән ашыу католикты хеҙмәтләндергән.
1810 йылдың июль айында төҙөлөш тамамланғас, сиркәүҙе ҡулланыу төҙөлөш комитетына тапшырылған. Костелдың беренсе руханийы (ксендзы)— Серафим Гольфельд , ул Литва провинцияһынан ебәрелгән. Сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу 1812 йылда башланған. Сиркәүҙә орган ҡуйылған.
Май айында 1907 йылдың май айында сиркәү үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтте. Юбилейҙа Тирасполь епискобы, 14 рухани һәм өс францискан ордены сиркәү монахтары ҡатнашты .
Сиркәү 1923 йылда айырым эшҡыуарҙарға мамыҡ оҫтаханаһы өсөн бирелгән. Сиркәүҙең һуңғы руханийы (ксендзы) Юлий Наркевич булған. Совет власы осоронда сиркәү йорто китапханаға әүерелдерелгән. Бөгөн был М. Горький исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһы .
Үҙ ваҡытында бинаның фронтонында латин телендә иератик яҙма менән яҙылған барельеф ҡуйылған: "£ r tuis bonis tibi offerrmus" ("Һинеке һинекеләрҙән һиңә барыһы тураһында һәм барыһы өсөн дә килтерәсәк").
Сиркәүгә йөрөүселәр араһында Чехов Антоний Ефимович (яҙыусы А.П.Чеховтың ағаһы Александр Павлович Чехов менән Владимир Митрофанович Чеховтың өйөндә гувернантка булып эшләүсе Анна Ивановна Хрущева-Сокольникованың никахтан тыш улы) та булған. Ул 1913 йылда Христиана Эрасмус менән никахҡа ингән.
.1993 йылда Таганрогта католиктар приходы тергеҙелеп эшләй башлаған. Тарихи сиркәү йортонда китапхана булғанлыҡтан, католиктар йәмғиәте 1997 йылда яңы адреслы Александровка, 135 йортонда католиктарҙың сиркәүен асҡан
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филевский П. П. «История города Таганрога 1698—1898» — Таганрог: Сфинкс, 1996.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Таганрог Ҡабул Иткән Ине. О . П. Гаврюшина, В. И. Ратник Үткән. Католик костел.
- Католик сиркәүе (костел) 2016 йыл 9 ноябрь архивланған.