Эстәлеккә күсергә

Каяани художество музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каяани художество музейы
Нигеҙләү датаһы 1993
Рәсем
Дәүләт  Финляндия[1]
Административ-территориаль берәмек Каяани[d][2][1]
Урынлашҡан урамы Q84301046?[1]
Йылына инеүселәр һаны 12 885
Адрес Linnankatu 14, 87100 Kajaani[1]
Почта индексы 87100[1]
Рәсми сайт kajaani.fi/fi/palveluopa…
Карта
 Каяани художество музейы Викимилектә

Каяани художество музейы (фин.Kajaanin taidemuseo) — Финляндияның Каяани ҡалаһында урынлашҡан музей

Каяани төбәк художество музейына 1993 йылда нигеҙ һалына һәм элекке полиция участкаһы бинаһында урынлаша. 1936 йылда төҙөлгән музей бинаһы архитектор Эйно Питкянен проекты буйынса функционализм стилендә төҙөлә. Кәртәләп алынған скульптура ихатаһы музей бинаһын элекке ратуша менән тоташтыра[3]. Музейҙың хакимиәте һәм конференц-залдары Карл Людвиг Энгель тарафынан проектланған һәм 1831 йылда төҙөлгән ратушала урынлашҡан[4].

Музей коллекциялары — башлыса ХХ быуаттың фин 80-90-сы йылдарындағы фин сәнғәте. Музейҙың байтаҡ тупланмаһын Юхан Бломстедт, Каролус Энкель, Юнно Тапио, Пауно Похйолайнен. Каин Таппер һәм Нина Терно кеүек рәссамдарҙың эштәре тәшкил итә. Күренекле рәссамдар араһында музей коллекцияһында Х. Ахтел, Хельви Хювяринен, Матти Коскел, Яакко Леплянен һәм Каарло Микконендың эштәре бар. Музейҙа шулай уҡ Каяани ҡалаһы сәнғәте әҫәрҙәре коллекцияһы һаҡлана. Ҡала художество коллекцияһының бер нисә эше ҡаланың йәмәғәт урындарында ирекле ҡарау өсөн ҡуйылған[5].

2015 йылда музейға 11 076 кеше килә[6].