Эстәлеккә күсергә

Квирике мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Квирике мәсете
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта

Квирике мәсете - (рус. Мечеть Квирика) - Грузияның Аджариялағы Кобулети муниципалитетының Квирике ауылындағы ағас мәсет.

Квирике мәсете 1865 -1866 йылдарҙа (ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙә - 1860 -1862 ) төҙөлгән. Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән.

Урындағы халыҡ һөйләүенсә, ауылдың икенсе осонда торған черепица ҡыйыҡлы сиркәүҙе османлылар һүтеп алып килтереп төҙөгән. Һөйләүҙәренсә, бынан һуң урындағы халыҡ уны йәнә һүтеп, сиркәү төҙөгән. Әммә османлылар йәнә уны һүтеп алған һәм мәсетте яңынан һалған [1]

Мәсет таш нигеҙгә ултыртылған ағас бинана тора. Дәүмәле: оҙонлоғо 11,7 метр, киңлеге 9,7 метр, бейеклеге 4,3 метр.

Бөтәүле ағастан эшләнгән ауыр ишек мосолман орнаменттарына ярашлы стилизацияланған сәскәләр һәм һыҙыҡтар менән биҙәлгән. Ишек бинаға инә торған берҙән-бер урын. Балаҫтар һалынған. Ишектәр тыштан тимер менән көпләнгән, 1865-1866 йылдарҙа яһалған. Барлыҡ бағаналары ҙәм ҡулсалары ағасты ырып, матур биҙәктәр төшөрөлгән.Беренсе ҡатта - асыҡ балкон. . Аджарияның Квирике мәсете (жәмиғ мәсете) архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Совет осоронда келәт итеп файҙаланғандар.

  • კვირიკეს ჯამე (ბუკლეტი ქართულ, რუსულ და ინგლისურ ენებზე). თანაავტორები: მ.ჭიჭილეიშვილი, რ.ბარამიძე და სხვ. ბათუმის ნიკო ბერძენიშვილის სამეცნიერო–კვლევითი ინსტიტუტი. ბათუმი. 2009рус. Kvirike's Jame (буклет на грузинском, русском и английском языках). Соавторы: М. Чичилеишвили, Р. Барамидзе и другие. Ника Бердзенишвили НИИ Батуми. Батуми. 2009
  • რ. ბარამიძე, მუსლიმური საკულტო ძეგლები (აჭარა), ბათუმი, 2010, გვ.16-17 рус. Д. Барамидзе, Мусульманские религиозные памятники (Аджария), Батуми, 2010, с.16-17
  • ნ. დემურიშვილი, მუსლიმური ხუროთმოძღვრული ძეგლები საქართველოში, თბ., 2010 рус. М. Демуришвили, Мусульманские архитектурные памятники в Грузии, Tb., 2010
  • ქართველი მუსლიმები თანამედროვეობის კონტექსტში. ბათუმი, 2010, გვ. 506 рус. Грузинские мусульмане в контексте современности. Батуми, 2010, с. 506