Клюкин Виктор Иванович
Клюкин Виктор Иванович | |
Тыуған көнө | 1914 |
---|---|
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Клюкин Виктор Иванович (1914-?) — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары (1944).
Клюкин Виктор Иванович 1914 йылда Приморье крайының Владивосток ҡалаһында тыуған.
1940 йылдан — коммунистар партияһы ағзаһы.
Виктор Клюкиндың ғүмере комсомол эшенә бәйле була. 1930—1932 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Камчатка округы йәш пионерҙар бюроһы рәйесе булып эшләй.
1932—1933 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Усть-Большеруслый район комитетының секретары урынбаҫары.
1933—1934 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Петропавловск ҡала комитетының секретары урынбаҫары була.
1934—1937 йылдарҙа — хәрбиләштерелгән диңгеҙ флоты һәм порты АКО-ының комсомол буйынса сәйәси бүлеге инструкторы.
1937—1938 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Петропавловск ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире.
1938—1940 йылдарҙа — Ағиҙел пароходлығы йылғасылар берлегенең бассейн комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, Башҡортостан Республика ОСВОД-ының («Общество спасания на водах») рәйесе урынбаҫары.
1940—1941 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының кадрҙар бүлеге инструкторы (июнь − сентябрь 1940).
1941—1942 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының хәрби--физкультура бүлеге мөдире, хәрби эштәр буйынса секретары, 1942−1944 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары, артабан, 1944 йылдың июль айынан декабргә тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары).
1945—1948 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты янындағы партия ойоштороусылары юғары мәктәбе тыңлаусыһы, ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты янындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПЕРВЫЕ СЕКРЕТАРИ БАШКИРСКОГО ОБКОМА КОМСОМОЛА 2017 йыл 8 декабрь архивланған. (рус.)