Коллектив договор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Коллективный договор битенән йүнәлтелде)

Коллектив договор — ойошмала йә индивидуаль эшҡыуарҙың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе һәм хеҙмәткәр менән эш биреүсе вәкилдәре (РФ Хеҙмәт кодексының 40-сы статьяһы) араһында төҙөлә торған хоҡуҡи акт. Предприятиела коллектив договорҙы эш биреүсе менән хеҙмәткәрҙәр профсоюзы йәки, хеҙмәткәрҙәр профсоюзға берләшмәгән булһа, уларҙың тулы хоҡуҡлы вәкилдәре төҙөй.

Коллектив договорҙарҙың йөкмәткеһе һәм структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коллектив договорҙың йөкмәткеһе һәм структураһы коллектив һөйләшеүҙең яҡтары тарафынан билдәләнә. Коллектив договорға яҡтарҙың түбәндәге һорауҙар буйынса үҙ-ара йөкләмәләре индерелергә мөмкин: хеҙмәткә түләүҙең формалары, системалары һәм күләмдәре, аҡсалата бүләкләүҙәр, пособиелар, компенсация, өҫтәп түләүҙәр; хаҡтар үҫешенә, инфляция кимәленә, коллектив договорҙа ҡаралған күрһәткестәрҙе үтәүгә ҡарап, хеҙмәткә түләүҙе көйләү механизмы; мәшғүллек, ҡайтанан уҡытыу, хеҙмәткәрҙәрҙе бушатыу шарттары; хеҙмәт ваҡытының һәм ял ваҡытының, отпускыларҙың оҙайлығы; йәштәрҙең хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәтен һаҡлауҙы яҡшыртыу; ирекле һәм мотлаҡ медицина страховкаһы; предприятиены, ведомство торлағын хосусилаштырғанда хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәрен күҙәтеү; производствола экологик хәүефһеҙлек һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау; эште уҡыу менән бергә алып барған хеҙмәткәрҙәр өсөн льготалар; коллектив договорҙың үтәлешенә контроль; яҡтарҙың яуаплылығы, социаль партнерлыҡ, профсоюздың, хеҙмәткәрҙәр тарафынан вәкәләтлек бирелгән бүтән башҡарма органдарҙың эшләүе өсөн шарттар тыуҙырыу; был коллектив договорға индерелгән шарттар ваҡытында һәм тулы күләмдә үтәлгән осраҡта, забастовкаларҙан баш тартыу.

Рәсәй Федерацияһында коллектив договорҙар төҙөү процедураһын көйләү үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коллектив договор өс йылға ҡабул ителә һәм дөйөм осорға (мөҙҙәткә) оҙайтыла ала.
  • Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 7-се бүлеге менән көйләнә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Трудовой кодекс РФ (ТК РФ) от 30.12.2001 N 197-ФЗ — Глава 7.
  2. Трудовой кодекс РФ (ТК РФ) от 30.12.2001 N 197-ФЗ — Глава 7.