Эстәлеккә күсергә

Комод

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Комод (франц. commode — уңайлы) — эске кейем һәм башҡа йорт кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн мебель предметы. Бер-береһе өҫтөндә урынлашҡан бер нисә тартманан тора. Стандарт комодтың үлсәмдәре: бейеклеге 90-150 см, киңлеге 90 см-ҙан артмай, тәрәнлеге 40 см-ҙан кәм түгел.

Комод үҙенең килеп сығышы менән һандыҡҡа бурыслы. Нәҡ һандыҡ менән сағыштырғанда, комод «уңайлы» практик предмет булараҡ ҡабул ителә. Комодтар XVIII быуат башында ҡулланылышҡа инә, кейем һаҡлау өсөн ғәҙәти һандыҡтарға тартмалар өҫтәлә башлай, һуңынан уларҙы ҡулланыу уңайлы булһын өсөн бейек аяҡтарға ҡуялар һәм төрлө декоратив элементтар менән биҙәйҙәр. Алынған комодтарҙа ювелир биҙәүестәр, косметика һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һаҡлана башлай. Комодтар рококо сәскә атҡан осорҙа (XVIII быуат башы) киң үҫеш ала. Тап ошо ваҡытта комодтарҙың формаһы һәм биҙәлеше бик күп вариациялары барлыҡҡа килә. Ваҡыт үтеү менән комод ҡулланыуҙың төрлө варианттары барлыҡҡа килә: будуар өсөн көҙгөле комод, кабинет өсөн комод-секретер һәм башҡалар.

Һуңыраҡ комодтарҙың тышҡы күренеше мебель үҫешендә дөйөм трендтарҙың үҙгәреүе менән бергә үҙгәрә. Комодтарҙың формаһы нәфис, нәҙек етенле аяҡтан алып массив, ауыр һәм мөйөшлөгә тиклем була. Комод теге йәки был төрҙә дизайндың бөтә стилдәрендә лә ҡулланыла, хатта заманса стилдәрҙә лә (минимализм һ. б.)

Хәҙерге заман комодтары аш-һыу бүлмәһе, йоҡо бүлмәһе йәки башҡа биналар өсөн тәғәйенләнә ала. Уларҙы йүргәкләү өҫтәлен алмаштырыусы менән берләштерергә мөмкин, ябай йәки телефон зарядкаһы өсөн беркетелгән розеткалары һәм башҡа ғәҙәти булмаған функциялары булыуы мөмкин.

Шулай уҡ ювелир биҙәүестәр һаҡлау өсөн ҡулланыла алған миниатюр ҡумта (шкатулка)-комодтар бар.[1]

  1. Комодики // Что такое комодик для косметики? Дата обращения: 16 май 2016. Архивировано 15 май 2016 года. 2016 йыл 15 май архивланған.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "kedh" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

  • Комод // Товарный словарь. Том 4 / Гл. ред. И.А. Пугачёв. — М.: Госторгиздат, 1958. — Стб. Ҡалып:-..
  • Джудит Миллер, Джил Бейс // Мебель. Бөтә стилдәр боронғонан алып хәҙерге көнгә тиклем.