Копыль районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копыль районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Нигеҙләү датаһы 1 декабрь 1978
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Копыль[d]
Коллекция күләме 24 854
Адрес Рэспубліка Беларусь, Мінская вобл., г. Капыль, пл. Леніна, 4
Рәсми сайт kopylmuzey.by
Карта
 Копыль районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы Викимилектә


Копыль районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы — Беларусь Республикаһының Минск өлкәһендәге Копыль ҡалаһындағы музей.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Копыль районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына 1978 йылда нигеҙ һалына. 1979 йылдың 1 ғинуарынан мүзей асыла[1]. Музей элекке күн оҫтаханаһында, XIX быуат аҙағының тарихи бинаһында урынлашҡан[1]. Реставрациянан һуң 2000 йылдың 14 майы нда музей яңынан асыла һәм тәүге ҡунаҡтарҙы ағартыу эшмәкәрлеге маҡсатында тәүге күргәҙмәһе менән таныштыра.[2]. Музейҙы 1985 йылдан алып В. Л. Шураков етәкләй.

Копыль район тыуған яҡты өйрәнеү музейы 2006 йылда «Копыль район тыуған яҡты өйрәнеү музейы» дәүләт учреждениеһы исемен ала[1]. Уның фондында һирәк иконалар коллекцияһы, һынлы сәнғәт экспонаттары, туҡыусылыҡ сәнғәте һәм халыҡ сәнәғәте әйберҙәре урынлашҡан. Был экспонаттар 24854 һаҡлау берәмеге тәшкил итә. Килеүселәр һаны 2012 йылдың 1 ғинуарына — 7 770 кеше була[2].

Экскурсиялар үткәреү менән бер рәттән, музей мәҙәни — мәғариф программалар ашырыу менән шөғөлләнә : «1944 йылдан хат килде …», «Башланғыс мәктәп», «Путешествие в прошлое», «Предметы с бабушкиного чердака»[1].

Музей проекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010—2012 йылдарҙа музей коллективы түбәндәге проекттарҙы тормошҡа ашыра[2]: «Межречье Мажи и Морочи» йәшел маршруты, проект «Вклад в мировую культуру эмигрантов, уроженцев Копыльщины» һәм «Опекуны счастья»,"К активному обществу в любом возрасте". Уларҙың иң үҙенсәлеклеләре «Опекуны счастья», «Батырлыҡ һуҡмағы» проекттары була[3].

Коллекциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музейҙа өс даими экспозиция эшләй, уларҙың иң беренсеһе «Археологическая история Копыльщины» тип атала[1]. Был экспозиция боронғо дәүерҙән алып XIX быуат башына тиклемге осорҙо сағылдыра, Копылдағы (1996—1999, 2004) археологик ҡаҙыуҙарҙың табылдыҡтарын күрһәтә. Айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята:

  • балалар уйынсығы — балсыҡтан яһалған эт һыны I—IV бб. б. э.,
  • XIII быуат бал кәрәҙе,
  • XIII быуат хирург бысағы — был Беларусь территорияһында берҙән-бер табышь,
  • шлем осо XII—XIII бб. — Полоцк һәм Берестьянан тыш табылған өсөнсө экспонат,
  • XVI быуат арбалет болты.

Икенсе экспозиция "Копыль ", ул копыль архитектура формаларын сағылдыра.[1]:

  • XIX быуаттың беренсе яртыһындағы фарфор һыра көрөшкәһе (Германия),
  • XIX быуат аҙағында менән фарфор шәкәр һауыты,
  • IX быуат аҙағындағы фарфор май һауыты
  • XIX быуат аҙағындағы фарфор көршәк һәм таз,
  • XIX быуат аҙағында вена Тонетц креслоһы,
  • 1874 й. тимер карауат (Варшава),
  • 1848 йылғы юл сумаҙаны.

Өсөнсө күргәҙмә, «Трагедия и подвиг. Век ХХ», 1900—1950 йылдар осорон сағылдыра[1]:

Музей филиалы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған яҡты өйрәнеү музейының филиалы Копыль районының Слобода-Кучинский ауыл советындағы Велешино ауылында урынлашҡан: көнкүреш һәм этнография музейы хіх быуат аҙағында — хх быуат башында[1]. Күргәҙмә экспозицияһы өс бүлектән тора: «Крәҫтиән көнкүреше xix быуат аҙағы — xx быуат башында» (крәҫтиән усадьбалары көнкүреш әйберҙәре күрһәтелгән), «Башланғыс мәктәп тарихы», «Яҡташыбыҙ, рәссам, „Беларусь“ нәшриәтенең элекке баш мөхәррире М. Голубовичтың мемориаль кабинеты»[1].

Икенсе филиалы Семежево ауылында — академик М. С. Высоцкий йорт-музейы[2], 2008 йылда унда билдәле яҡташтарының ижадына арналған күргәҙмә ойошторола[1]. Экспозицияһы ике бүлектән тора: «Этнография и быт родительского дома», «Производственная, академическая и общественная деятельность М. С. Высоцкого»[1].

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей ошо адрес буйынса урынлашҡан: 223927, Беларусь Республикаһы, Минск өлкәһе, Копыль ҡалаһы, Ленин майҙаны, 4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беларуская энцыклапедыя: 18 т. т. 8: Канто — Кулі / Рэдкать.: Пашкоў інш г. п і. — Мн.: БелЭн, 1999. — С. 35. — С 576: іл. — 10 000 дана — ISBN 985-11-0144-3.
  • Федар Абрамчыкать. Капыльскі краязнаўчы музейы // гісторыі Энцыклапедыя Беларусі / Рэдкать.: Пашкоў г. П. (рэд галоўны.) i інш.; Маст. Жакевіч Э. Э. — Мн.: БелЭн, 1997. — Т. 4:Кадэта-Ляшчэнь. — С. 105. — 432 б. — 10 000 дана — ISBN 985-11-0041-2.
  • Республика Беларусь: Энциклопедия: В 6 т. / Г. П. Пашков;. — Минск: «Беларуская Энцыклапедыя» iмя Петруся Броўкi, 2008. — Т. 4. — С. 205. — 768 с. — ISBN 978-985-11-0425-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]