Эстәлеккә күсергә

Короткевич Владимир Семёнович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Короткевич
Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы, сценарист, тәржемәсе, драматург

Ижад йылдары:

19511984

Жанр:

тарихи роман

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

белорус, рус

Премиялары:

Иван Мележ ис. БССР Яҙыусылар Берлегенең әҙәби премияһы (1983)
БССР-ҙың Дәүләт Премияһы, 1984

Наградалары:
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Влади́мир Семёнович Коротке́вич (бел. Уладзімі́р Сямёнавіч Каратке́віч, классик орфографияһында Уладзі́мер Сямёнавіч Каратке́віч) — белорус шағиры һәм яҙыусыһы, әҙәбиәт классигы, драматург, публицист, тәржемәсе. XX быуаттың икенсе яртыһындағы белорус әҙәбиәтендә иң күренекле шәхестәрҙең береһе[1]. Тарихи детектив жанрында әҫәр яҙған тәүге белорус яҙыусыһы [2]. 1930 йылдың 26 ҡырпағай (ноябрь) көнөндә Орша ҡалаһында тыуған (хәҙерге Витебск өлкәһе), 1984 йылдын 25 майай (июль) көнөндә Минскиҙа вафат булған. Иң билдәле әҫәрҙәре: Стах батшаның ҡырағай яуы (бел. Дзікае паляванне караля Стаха, классик орфографияһында Дзікае паляваньне караля Стаха), Сал риүәйәт (бел. Сіва́я легенда) повестары, Урағың аҫтындағы башаҡтар (бел. Каласы пад сярпом тваім), Ғайса ергә Гародняла төшкән (бел. Хрыстос прызямліўся ў Гародні), Ольшалағы ҡара һарай бел. Чорны замак Альшанскі романдары, Аҡ ҡанаттар аҫтындағы ер (бел. Зямля пад белымі крыламі) эссеһы[3].

Яҙыусының ижадына романтизм йүнәлеше һыҙаттары, илһөйәрлек тойғоһо һәм гуманизм хас, уның ижади мәҙәниәте кимәле бик тә юғары. Короткевич белорус әҙәбиәтенә яңы темалар һәм жанрҙар индереп, уның интеллектуаль һәм фәлсәфәүи рәүештәрҙә өр-яңы кимәленә юл асҡан[4]. Шағир булараҡ та билдәле Владимир Короткевич үҙенең туған теленә Гай Валерий Катулл, Джордж Байрон, Адам Мицкевич, Иван Франко, Мәхтүмкүли, Мостай Кәрим әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Үҙенең әҫәрҙәре иһә шулай уҡ тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән (инглиз, болгар, поляк, рус, сыуаш, үзбәк, француз, эстон һ.б.)[5]. Әҙип белорус теленең һәм мәҙәниәтенең үҫеше, архитектура һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн көс һалған, үҙ туған халҡының тормошо һәм рухи байлығы тураһында әҫәрҙәр ижад иткән[4].

  1. Верабей А. Л. Уладзімір Караткевіч. Жыццё і творчасць 2017 йыл 29 март архивланған. / Пад рэд. Гарбачэўскай Т. А.. — 2-е. — Мн.: Беларуская навука, 2005. — 271 с. — ISBN 985-08-0666-4  (белор.)
  2. Алег Грушэцкі. Беларускі дэтэктыў. Міфы і рэальнасць 2014 йыл 22 июль архивланған. // Літаратура і Мастацтва : газэта. — Мн.: Выдавецкі дом «Звязда», 2014-07-18. — В. 4777. — № 28. — С. 6.
  3. Гардзіцкі А. К. Караткевіч Уладзімір // Беларускія пісьменнікі (1917—1990): Даведнік; Склад. А.К. Гардзіцкі. Нав.рэд. А.Л. Верабей. — Мн.: Мастацкая літаратура, 1994.
  4. 4,0 4,1 Макарэвіч А. М., Яфімава М. Б., і інш. Уладзімір Караткевіч // Беларуская дзіцячая літаратура / Пад рэд. А. М. Макарэвіча, М. Б. Яфімавай. — Мн.: Вышэйшая школа, 2008. — С. 459—481. — 688 с. — 3500 ас. — ISBN 978-985-06-1440-7
  5. who.bdg.by («Хто ёсьць хто ў Беларусі») сайтында яҙыусының тормош юлы 2012 йыл 22 апрель архивланған. (рус.)