Космос саңы
Космос саңы, космос туҙаны — бер нисә молекуланан алып 0.2 мкм ҙурлыҡтағы космоста барлыҡҡа килгән саң. Ергә йыл һайын 40 000 тонна космос саңы яуа.
Космос саңын астрономик торошо буйынса айырырға мөмкин, мәҫәлән: галактика-ара саңы[2], галактика саңы, йондоҙ-ара саң, планета-ара саң, йондоҙ тирәләй космос саңы болоттары, астероид саңы, комета саңы. Йондоҙ-ара саң яҡты һәм ҡараңғы болоттар (томанлыҡтар) булып күҙәтелә.
Ҡояш системаһында саң матдәһе тигеҙ таралмаған, күпселеге төрлө ҙурлыҡтағы саң болоттарында тупланған. 1961 йылдың 15 февралендә геофизика институтының оптик аппарутураһы ярҙамында был асыш яһалды. Аппаратура зонд ракетаһына Ер өҫтөнән 60 — 100 км бейеклектә тулы ҡояш тотолған ваҡытта Ҡояш тажының яҡтылығын үлсәү өсөн ҡуйылған була.
«Meteoritics & Planetary Science» журналының 2010 йылдың ғинуарында сыҡҡан «Метеорит һәм метеороид: яңы тулы төшөнсә»[3] тигән мәҡәләһендә авторҙар түбәндәге төшөнсәне бирә:
- Космос саңы (Interplanetary dust particle (IDP)): планета-ара арауыҡта хәрәкәт итеүсе 10 мкм-дан бәләкәсерәк киҫәксәләр. Әгәр был киҫәксәләр тәбиғи йәки яһалма есем менән ойошһалар, улар космос саңы тип аталыуын дауам итәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Метеороид
- Комета саңы
- Йондоҙ-ара саң
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Three Bands of Light . Дата обращения: 4 апрель 2016.
- ↑ Новые данные обсерватории Planck закрывают чересчур оптимистичную интерпретацию результатов BICEP2
- ↑ Alan E. Rubin; Jeffrey N. Grossman (January 2010). «Meteorite and meteoroid: New comprehensive definitions». Meteoritics & Planetary Science 45 (1): 114–122. Проверено 2013-07-06.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Максименко О. Тайны особой субстанции // Вокруг света. — М., 2005. — № 9. — С. 108—117.