Эстәлеккә күсергә

Косово милли балеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово балет труппаһының фотоһүрәте — «Яҡтылыҡҡа табан осош»

Косовоның милли балеты (алб. Baleti Kombëtar i Kosovës) — Косовоның 1972 йылда ойошторолған балет коллективы.. Уның ике быуыны айырылып тора: беренсеһенә коллективҡа нигеҙ һалыусылар ҡарай, улар труппа тарҡатылғанға тиклем уның менән сығыш яһай. Икенсе быуынға (шулай уҡ яңы тип атала) Әхмәт Брахимай етәкселегендә уҡыған һәм Югославия һуғыштарынан һуң балетты тергеҙеүсе бейеүселәр төркөмө ҡарай.

Беренсе быуын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косово Милли балетының беренсе быуын балет артистары Скопье Урта балет мәктәбендә Татьяна Петковская етәкселегендә уҡый[1]. Был мәктәпте тамамлағандан һуң 25 бейеүсе Приштинаға ҡайта, унда улар Косово Милли театры составында Косово балетының беренсе труппаһын рәсми рәүештә ойошторлар[2]. Ул бөтә Югославия территорияһында гастролдәрҙә була, шул иҫәптән Любляна Балет биенналеһында һәм Дубровник Йәйге уйындарҙа сығыш яһай. Труппа 1991 йылда Косовола дауам иткән көс ҡулланыу һәм Югославия һуғыштары ваҡытында этник таҙартыу хәүефе арҡаһында көсләп тарҡатыла.

Икенсе быуын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2001 йылда, Югославия һуғыштары тамамланғас, Әхмәт Брахимай балет коллективын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул итә[3]. Үҙ планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ул Пренк Якова менән берлектә Юғары балет мәктәбенә, Урта музыка мәктәбенә нигеҙ һала һәм унда йәштәрҙе йыя башлай[4]. Был мәктәпте 2006 йылда тамамлаған тәүге сығарылыш уҡыусылары хәҙер Косово Милли балеты труппаһының нигеҙен тәшкил итә һәм икенсе йәки яңы быуын булараҡ билдәле.

Труппа албан хореографы Гергем Превази менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уның дүрт заманса бейеү әҫәрен ҡуя: «II күсеү осоро» (алб. Tranzicioni II), «Гонгты ишетмәйем» (алб. S'po dëgjohet gong), «Контраст» (алб. Kontrast) һәм «Перфоманс» (алб. Performance). Труппа шулай уҡ Эльтоном Цефа менән классик балет постановкалары өҫтөндә эшләй. Уның етәкселегендә труппа «Дон Кихот», «Жизель», «Корсар» һәм «Аҡҡош күле» әҫәрҙәренән өҙөктәр башҡара. Болгар прима-балеринаһы Сильвия Томова менән уңышлы хеҙмәттәшлек тарихы тулы классик балеттар, шул иҫәптән Чайковскийҙың «Йоҡоға талған һылыуҡай» спектаклен ҡуйыуға башланғыс һала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Conference "Dance as an expression of cultural diversities"
  2. Baleti i Kosovës About. Baleti i Kosovës. Дата обращения: 3 апрель 2021. Архивировано 28 июль 2013 года.
  3. Kosovo’s Ballet, no institutional ties with Albania’s Ballet (ингл.). www.balkaneu.com. Дата обращения: 3 апрель 2021. Архивировано 21 апрель 2021 года.
  4. Teatri Kombëtar Historiku i Baletit. Дата обращения: 3 апрель 2021. Архивировано 22 февраль 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]