Эстәлеккә күсергә

Кәтинкә (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәтинкә
Рәсем
Барлыҡҡа килгән Баймаҡ районы
Автор башҡорт халыҡ йыры[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 1928

Кәтинкә (рус. Катенька) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. 1928 йылда Кәрим Дияров тарафынан Баймаҡ районы Күсей ауылынан Ғәлимйән Әхмәтовтан яҙып алына, көйөн ҡурайҙа уйнап ишеттерә. йырҙы ижад итеүсе Екатерина хөрмәтенә «Кәтинкә» исеме менән таралып киткән.[1]

Йырҙа һағыш, ҡайғы темаһы тәрән лиризм менән һуғарылған.

Йырҙа хәл-ваҡиғалар XVIII быуат урталарында 2-се Бөрйән волосы (хәҙер Баймаҡ районы) Төйәләҫ йылғаһы буйында ултырған бер башҡорт ауылында бара. Шул ауылдан Ғаяз исемле егетте ер үлсәүсе (землемер) һөнәренә уҡырға ебәрәләр. Унда егет бер мәрйә ҡыҙға ғашиҡ була. Уҡыуҙарын яҡшы билдәләргә тамамлап, йәштәр донъя ҡороп ебәрә. Йәй көндәрендә йыл һайын Ғаяз ҡатыны менән ауылға ҡайтып, ҡунаҡ булып китә торған булған. Катя башҡортса һөйләшергә тиҙ өйрәнә. Башҡорттарҙың йыр-моңдарын яратҡан, үҙе лә башҡорт йырҙарын матур йырлаған. Ғаяз да моңло егет булған, күкрәк киреп ҡурай уйнаған, йырҙар ижад иткән. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡтарында ҡымыҙ мәжлестәрендә икәүләп үҙҙәре сығарған йырҙарҙы йырлай торған булғандар. Ауылда йәй көндәрендә крәҫтиәндәргә ер межалау эштәрендә эшләй. Ябай халыҡҡа ер бүлеп биреү, межа һыҙыҡтары үткәреүҙә ярҙамлаша. Ул һәр ваҡыт ер үлсәү эштәрен ғәҙел башҡара, закон ҡушҡанса эш итә. Бер ваҡыт шулай межа һыҙығы алпауыттың таш һарайына тура килә. Бай үҙенә ерҙе күберәк алыр өсөн межа һыҙығын ситкә бороп үткәрергә ҡуша, ләкин Ғаяз межа һыҙығын закон буйынса һарай аша үткәреп китә. Бай алпауыт ер үлсәүсе егеткә үс тота, оҙаҡ та үтмәй егетте үлтертә. Катя илай, һыҡтай иренең кәүҙәһен уның тыуған ауылында ерләй. Ире менән мәңгелеккә хушлашҡан ҡатын, ҡайғыһына сыҙай алмай, ошо йырҙы йырлай:[1]


Аласыбар тигән, ай, ала өйрәк,

Бәпкә уйната түңәрәк күлдәрҙә.

Ышанмағыҙ, дуҫтар, был донъяға,

Ҡан илата бәғзе көндәрҙә.

Төйәләҫкәй һыуы бигерәк йәмле,

Һыуҙарында уйнай күк бәрҙе.

Ышанмаҙыҙ, дуҫтар, был донъяға,

Үкендереп китә лә күптәрҙе.

  • Кәрим Дияров. Сал Уралдың моңдары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 150 с. — ISBN 5-295-00066-4.

YouTube сайтында Видео Азат Юлдыбаев башҡарыуында «Кәтинкә» — башҡорт халыҡ көйө