Эстәлеккә күсергә

Көбө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәрзиндәр, һелкеүес, көбө, эйәр, уң яҡта аҫта моҙға, өҫтә септә

Көбө (диал. көбөсәк, гөбө, батман) — бөтәүләй аталғы, өңгөс ярҙамында ағастан уртаһы соҡоп эшләнгән ҡоршауһыҙ бейек һауыт. Ҡапҡасын уртанан тишеп, бешкес ҡуйып яһайҙар. Башлыса йүкәнән, йомшаҡ ағастан төп һалып эшләнә[1].

Көбөнө көнкүрештә ғәҙәттә аҡ май, күбек майы, айран, ҡатыҡ, ҡымыҙ бешеү өсөн файҙаланғандар. Көбөсәк — бәләкәй көбө, ғәҙәттә айран өсөн тотонолған. Ҡымыҙҙы хуш еҫлерәк итеү өсөн көбө эсен ыҫлағандар. Бигерәк тә күбек майы бешеү өсөн көбө уңайлы булған.

  • Айран көбөһө
  • Көбөсәк
  • Ҡымыҙ көбөһө
  • Май көбөһө

Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Көбө төбөндә ҡурғаш ҡына ҡала, эйе бит. — З. Биишева. Дуҫ булайыҡ. -Өфө, 1978
  • Тар көбөлә әсе ҡатыҡ бешеп торған Өмөгөлсөм, шишмә һыуы ҡушҡас, тағы бер-ике гөбөрләтеп алды ла, ҙур ағас туҫтаҡты мөлдөрәмә тултырып айран алып килде. — З. Биишева[1].
  • Фәйзулла (элекке Шүрәле) ауылында беҙҙең олатайҙар ағас­тан бик матур һауыт-һаба (туҫтаҡ, табаҡ, алдыр, ҡалаҡ, ҡашыҡ, ижау, көбө, күнәк) эшләгән[2].
  1. 1,0 1,1 Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. 1-се т.- Мәскәү, 1993,531 б
  2. 7880-klmstr-laaptar-m-bashynan-tkn-yy-hldr.html