Ламбада
Ламбада | |
Ил | Бразилия |
---|
Ламбада (порт. Lambada) — Бразилия төньяғындағы Пара штатында барлыҡҡа килгән бейеү һәм музыкаль стиле. Бөтә донъяла, шул иҫәптән СССР-ҙа ла, 1980 йылдар аҙағында — 1990 йылдарҙың башында популярлыҡ яулай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ламбада бейеү стиле нигеҙендә Амазония индеецтарының карамбо бейеүе хәрәкәттәре ята. Шулай уҡ ламбадаға нигеҙ һалған бейеүҙәр араһынан машиши һәм форроны атап була. Ламбада бейеүе тыуған ҡала — Порту-Сегуру (Бразилия). Lambada атамаһы португал теленән килеп ингән. Бразилия радиостанцияларында ламбада тип популяр бейеү көйҙәрен исемләгәндәр. Ваҡыт үтеү менән «каримбо» атамаһын «ламбада» атамаһы ҡыҫырыҡлап сығара, бейеү ҙә үҙгәрештәр кисерә.
198се йылдар аҙағында француз продюсеры Оливье Ламот Порт-Сегураға килеп китә, бында ул карнавалда булаһәм бейеүҙе европаға сығарыу идеяһы менән яна башлай. Францияла ул Kaoma исемле поп-төркөмөн ойоштора, төркөмдә Көньяҡ Американан сығышлы негрҙар сығыш яһай. 1989 йылда Kaoma «Lambada» йырын яҙҙыра. Музыкаһы һәм тексы «Llorando se fue» йырынан алына. Был йырға Боливиянан Los Kjarkas төркөмө хужа була, улар хатта Kaoma-ны судҡа тарттыра һәм һөҙөмтәлә Kaoma зыянды ҡапларға мәжбүр була. «Lambada» бөтә донъяға таралып хит булып китә, уның көйө хәҙерге көнгә тиклем башлыса ламбада төшөнсәһе итеп ҡабул ителә. Бейеү шундуҡ бик популяр булып китә, шул иҫәптән, Бразилияла ла уның популярлығы яңынан тергеҙелә.
Ламбада тыйылған булыуы тураһында имеш-мимеш бар, йәнәһе, шуның арҡаһында Бразилияла Kaoma-ға тиклем бейеү башҡарылмаған. Был теорияға ярашлы, ламбада әшәке сексуаль хәрәкәттәр өсөн тыйылған булған. Ысынында, ламбадаға яҡын торған машиши исемле бейеү XIX—XX быуат башында тыйылған булған. Ламбада ул ваҡытта әле формалашмаған булған, шулай ҙа һуңғараҡ машиши бейеүенең ҡайһы бер элементтарын үҙләштерә.
Ламбада жанрында тәүге совет башҡарыусыларынан билдәле композитор Владимир Мигуляны телгә алып була. Уның «Ҡара диңгеҙ ламбадаһы» «Йыр-90» фестивале лауреаты була. Японияла уның йырын Акеми Иши йырлай һәм хит-парадтың 11-се урынын биләй. .Ламбада көйө Сергей Минаевтың «Лом-баба»[1], Mr..Credo «Ламбада», Олег Газмановтың «Ламбада», «Сектор газа» төркөмөнөң «Минет» , Анатолий Полотноның «Утраҙар», Дон Омарҙың «Taboo», Дженнифер Лопестың «On the Floor» («Ven a bailar»),Ваджихи Растагарҙың «Ламбада» йырҙары нигеҙендә ята. «Ну, погоди!» мультфилмының ун етенсе серияһында африкан ҡуяндары ламбаданы бейейҙәр.
Ламбадаға «Ламбада» (1990) һәм «Тыйылған бейеү» (1990).нәфис фильмдары арналған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сергей Минаев — 1990 — Ломбаба 2016 йыл 23 декабрь архивланған.