Ласкиҙың статуты
Ласкиҙың Статуты, йәки Статуттары (тулы исеме: łac. Commune Incliti Poloniae regni privilegium constitutionum et indultuum publicitus decretorum approbatorumque, «Przesławnego Królestwa Polskiego przywileje, konstytucje i zezwolenia urzędowe oraz uznane dekrety», йәғни «Данлы Польша Короллегенең привилейҙары, конституциялары, хөкүмәт рөхсәттәре һәм танылған декреттары») — Польша Короллегендәге барлыҡ ғәмәлдәге ҡануниәтте берләштергән рәсми документ, Польша ҡануниәтенең тәүге тулы кодификацияһы. Ул документты Ян Ласки, бөйөк таж канцлеры, Король менән Радомдағы Сейм 1505 йылда латин телендә яҙған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Статуттың эсенә Мельник привилейы (przywilej mielnicki), дәүләттең төп власын Сенатҡа биргән акт, инмәгән. Йәмғиәттең иң көслө ҡаты (стратаһы) булып Ян Ласки хуплаған яңы магнаттар һәм урта шляхта китә.
1506 йылда Краковтағы Ян Һаллер баҫмаханаһында баҫылып сыҡҡас, Польшалағы бөтә судтарға ебәрелә. Был статутты ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә дәүләт үҙәкләштерелә, шляхта вәкилдәре хөкөмдәрен элек-электән ҡабул ителгән ғәҙәт нигеҙендә түгел, ә хоҡуҡ нигеҙендә сығарырға мәжбүр була. Польшаны бүлеү дәүеренә тиклем үк был статут илдең хоҡуғының нигеҙҙәренең бере булған. Статут ике өлөшкә бүленгән булған.
Беренсе өлөш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе, рәсми хоҡуҡи статусы булған һәм король Александр Ягеллоньчик тарафынан имзаланған өлөш, йәмғиәүи һәм суд хоҡуғын үҙ эсенә алған. Иң мөһим өлөштәре — хронологик тәртиптә яҙылған ер һәм ғөмүми привилейҙары (przywileje ziemskie i generalne), король эдикттары һәм статуттар, Consuetudines terrae Cracoviensis исемле Краков еренең ғәҙәти хоҡуҡ йыйынтығы, сейм конституциялары, халыҡ-ара килешеүҙәр һәм трактаттар (Бөйөк Казимир статуттары, Польша-Литва иттифаҡтары һәм Польша-Ливония тыныслыҡ ҡағыҙҙары) һәм «Processus iuris» исемле суд һәм хөкөм башҡарыу тәртибе
Икенсе өлөш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе өлөштә немец хоҡуғы ҡағыҙҙары, мәҫ. Саксония еренең ғәҙәти хоҡуғы, Магдебург хоҡуғы ҡағыҙҙары һәм prawo lubeckie тип йөрөтөлгән хоҡуҡ ҡомартҡыһы. Ун дүртенсе быуатта яҙылған «Ғәҙел һәм ғәҙел булмаған һуғыш хаҡында» һәм Рим хоҡуғы тураһындағы трактат та был өлөшкә ингән булған. Был өлөш рәсми, формаль хоҡуҡи көскә эйә булмаған.