Ла-Ферьер
Лаферьер цитаделе (франц. Citadelle Laferrière, шулай уҡ Кристоф Анри ҡәлғәһе) — король Анри Кристоф бойороғо буйынса Гаитиҙың төньяҡ яры буйында 1000- метр бейеклегендәге тау түбәһендә 1804—17 йылдарҙа төҙөлгән Көнбайыш ярымшарҙағы эре фортификация ҡоролмаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәлғәне төҙөү тирә-яҡ үҙәндәрҙе күҙәтеү һәм француз баҫҡынсыларына ҡаршы тороу өсөн тәғәйенләнгән, был король подданныйҙарынан ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап итә. Төҙөлөш эштәрендә 20 меңгә тиклем ҡол эшләй. Ҡәлғә 365 артиллерия орудиһы менән йыһазландырыла, һәм әлеге көнгә тиклем цитаделдең мөйөштәрендә пушка йәҙрәләре өйөлөп ята. Төҙөлөшө ваҡытынан форт күп һанлы ер тетрәүҙәр кисерә. Ҡәлғә диуарҙары тау түбәһенән 40 м өҫкә күтәрелә, йәнәш тирә-яҡ территорияны иҫәпкә алмағанда, бөтә комплекс 10 000 кв.м. майҙанды биләй.
Ҡәлғәлә ҙур резервуарҙар һәм келәттәр бер йылға тиклем ваҡыт менән 5000 һаҡсыға етерлек аҙыҡ һәм һыу һаҡлауға иҫәпләнгән.
Ҡәлғәлә король һәм уның ғаиләһе өсөн апартаменттар, мунсалар һәм икмәк бешереү урындары була. Француздар йәки Петион һөжүм иткән осраҡта король-диктатор үртәлгән ер тактикаһын ҡулланып, яҡындағы Сан-Суси һарайын ҡалдырып, ҡәлғәнең ҡеүәтле диуарҙары артында йәшеренергә ниәтләй. Был маҡсат өсөн цитадель эсендә король булмәләре урынлаша. 1820 йылда Кристоф үҙ-үҙенә ҡул һалғандан һуң уның яҡлылар кәүҙәһен йәшерен бында ерләй.
Цитадель ҡиәфәте менән тау түбәһенән сығып торған таш карап моронон хәтерләтә. Уның төҙөлөшө мөйөшлө, һәм күҙәтеү урынанан ҡарап, төрлөсә күренә. Ҡәлғәнең ҡайһы бер мөйөштәре һөжүм осрағында пушка йәҙрәләрен кире ҡағыу өсөн ҡоролған. Ҡоролманың күп өлөшөндә ҡыйыҡ булмаһа ла (эске түбәлектәре йөрөү өсөн рәшәткәле таш юл булып тора), ҡайһы бер ауыш өлөштәре сағыу-ҡыҙыл плитка менән биҙәлгән. Ҡәлғә төҙөлөш ваҡытынан алып бер нисә тапҡыр реставрацияланған.
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаферьер ҡәлғәһе — Гаитиҙың төп иҫтәлекле урындарының береһе һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы. Гаити Республикаһы — донъяла иң үҫешмәгән илдәрҙең береһе һанала, шуға күрә цитадель илдә туризмды үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Ла-Ферьер илдең милли символы булып тора, шуға күрә уның һүрәте аҡса берәмектәрендә, почта һәм дәүләт маркаларында, шулай уҡ күп кенә туристик плакаттарҙа урынлашҡан.
1842 йылда көслө ер тетрәү ваҡытында ҡәлғә ғәмәлдә емерелмәй тиерлек һәм үҙенең баштағы ҡиәфәтен һаҡлап ҡала. Унда барып етеү өсөн, юлсыға мул өҫтөндә үргә табан ике сәғәт дауамында күтәрелергә кәрәк. Асыҡ көндәрҙә ҡәлғә ҡыйығынан Кап-Аитьенды ғына түгел, Атлантик океандың иң яҡын ярын һәм көнбайышҡа ҡарай 140 саҡрым алыҫлыҡтағы Куба ярҙарын да күрергә мөмкин тип һөйләйҙәр
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Ла-Ферьер темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- http://tourpedia.ru/laferriere/ © Энциклопедия Туризма TourPedia.ru