Ленин һәйкәле (Каменск-Шахтинский)
Уҡыу көйләүҙәре
Каменск-Шахтинский ҡалаһында Ленин һәйкәлдәре — совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, донъя тарихында беренсе социалистик дәүләт төҙөүсе Владимир Ильич Ленин һәйкәлдәре.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет власы йылдарында СССРҙың күп ҡалаларында В. И. Ленинға һәйкәлдәр ҡуйылды. Уларҙың бер өлөшө мәҙәни мираҫ объекты тип танылды. Каменск-Шахтинский ҡалаһында бер нисә һәйкәл ҡуйыла. Үҙ ваҡытында ҡалала В. И. Ленинға дүрт һәйкәл төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта улар бөтәһе лә һаҡланып ҡалған. Һәйкәлдәр Ленин урамы менән Карл Маркс проспекты киҫешкән ерҙә, Хеҙмәт майҙанында, Маяковский исемендәге паркта, Заводской микрорайонында машина төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы алдында урынлашҡан.
- 1937 йылдың 7 ноябрендә В. И. Ленинға һәйкәл Ленин урамы менән Карл Маркс проспекты киҫешкән ерҙә асыла.Һәйкәлдең авторҙары: рәссам Яков Минченков, архитектор Василий Абрютин, Константин һәм Иван Сливиндар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәйкәл эргәһендә репродуктор ҡуйыла. Иртәнсәк Совинформбюро мәғлүмәтен тыңлау өсөн репродуктор эргәһендә ҡала халҡы йыйыла. 1942 йылда фашистар һәйкәлде шартлаталар. Ҡаланы азат иткәндән һуң һәйкәлде тергеҙеү буйынса эш башлана. Эш ҡаланың финанс бүлеге башлығы И. М. Сливин етәкселегендә башҡарыла. Уның ағайы рәссам-биҙәүсе К. М. Сливин 1941 йылда Харьков янындағы һуғышта һәләк була. Һуғыш аҙағына һәйкәл яңы композицияла яңыртыла һәм элекке урынына ҡуйыла. Ленинға яңыртылған һәйкәл 1943 йылдың 7 ноябрендә асыла. Һәйкәлгә икенсе тапҡыр зыян килтереү 1993 йылда демократик һөрөм тулҡынында була. Һәйкәлде Ростов скульпторҙары яңырта.
- 1958 йылда В. И. Ленинға һәйкәл Маяковский исемендәге мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда асыла. Һәйкәлдең авторы билдәле түгел, сериялы сығарылыш скульптураһы. В. И. Лениндың фигураһы хәрәкәттә һүрәтләнгән, һул ҡулы бөкләнгән. Һәйкәл бетондан эшләнгән, кирбес постаментта ҡуйылған. Постамент мрамор плитка менән көпләнгән. 2009 йылда Каменск химия комбинатының 70-йыллыҡ юбилейына постамент яңыртыла.
- 1982 йылдың 21 апрелендә Хеҙмәт майҙанында В. И. Ленинға һәйкәл асыла. Ленин пальто кейеп баҫып тора итеп һүрәтләнгән. Лениндың бронза фигураһының авторҙары: СССР художество Академияһы академигы, скульптор Кербель Лев Ефимович, архитектор В. Хрусталев. Әлеге ваҡытта был һәйкәл регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.
В. И. Ленинға һәйкәл һәм бюст шулай уҡ ҡаланың Заводская һәм Ленинға микрорайондарында ҡуйылған[1].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лобода, А. Г. Весь Каменск: энциклопедия / А. Г. Лобода. — Ростов н/Д: Донской Издательский Дом, 2009. — 303 с.: ил.
- Каменск-Шахтинский ҡалаһының, ҡала администрацияһының мәҙәниәт бүлеге биргән, 1986, 2011 йылдарҙағы тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары тураһында мәғлүмәттәр.
- Шумов, В. Бөйөк юлбашсыға. / В.Шумов//Труд. — 1977. — 7.11. — С.2.
- Шумов, В. Юлбашсыға һәйкәлдәр/ В.Шумов// Труд. — 1980. — 22.01. — С.2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2017 йыл 16 февраль [https://web.archive.org/web/20170216173027/http://kamensk-library.ru/1103-2/ архивланған. Каменск һәйкәлдәре]
- В. И. Ленинға һәйкәл 2017 йыл 18 февраль архивланған..
- В. И. Ленинға һәйкәл 2017 йыл 18 февраль архивланған.
- В. И. Ленинға һәйкәл 2017 йыл 14 апрель архивланған.