Эстәлеккә күсергә

Лесной олень (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Лесной олень»
Йыр
Сығарылған

1971

Жанр

йыр

Башҡарыу теле

русса

Композитор

Евгений Крылатов

Авторы

Юрий Энтин

Лесной олень (башҡ. Урман боланы) — 1971 йылда режиссёр Юрий Победоносцевтың Горький исемендәге киностудияла төшөрөлгән «Ох, уже эта Настя!» нәфис фильмына совет композиторы Евгений Крылатовтың[1] йырсы-шағир Юрий Энтин һүҙҙәренә[2] яҙылған йыры.

Етмешенсе йылдар башында М.Горький исемендәге Балалар һәм үҫмерҙәр фильмы киностудияһы йәш быуын өсөн кинокартиналар сценарийы конкурсы иғлан итә, был конкурста Валентина Ивановна Спиринаның эше еңеп сыға. Фильмдың режиссёры итеп Юрий Победоносцев һайлана. Ә Юрий Победоносцев үҙ сиратында шағир Юрий Энтинға фильм өсөн йыр яҙыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә, һәм шағир, сценарийҙы уҡып, эшкә тотона[3].

Күп йылдар үткәс, интервьюһында ул үҙенең тәүҙә бөтөнләй идеялар булмауы хаҡында һөйләй. Бер көндө Энтин бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелгәс, уға ярҙамға гәзит яҙмаһы килә. Шағир өмөтһөҙлөккә бирелеп, бер аҙ иғтибарын ситкә йүнәлтеп, күп тиражлы яңылыҡтарҙы уҡырға керешә. Иркутскиҙа төньяҡ ҡырағай боланының урмандан ҡала райондарының береһенә йүгереп килеп инеүе тураһында тарих уның иғтибарын йәлеп итә. Урам буйлап сабып барған йәнлекте нимәлер ныҡ ҡурҡытҡан була. Ул мөгөҙө менән витринаны тишеп, «Берёзка» магазинына сабып инә, ығы-зығы ҡуба, аптырашта ҡалған болан, мөгөҙө менән ниндәйҙер йәнлек тиреһенән эшләнгән әйберҙе эләктереп, уҡтай атылып кире сабып сығып китә[4].

Был сағыу тарих Энтинды шул тиклем ҡыуандыра, ул хатта күҙ асып йомғансы көҙгө ҡалала һикереп барған болан тураһында юлдар яҙа. Евгений Крылатов ошо шиғырға көй яҙа, ләкин композитор уйнап күрһәткәндән һуң шағирҙың кәйефе ҡырыла. Уға был мотив иҫке, ә үҙенең матур шиғырҙары боҙолған төҫлө тойола. Әммә йыр картинаның режиссёры Юрий Победоносцевҡа бик оҡшай[3].

Әммә һуңғы ҡарарҙы йырсы Аида Ведищева сығара. «Был шлягер!» — тип шунда уҡ белдерә ул. «Ә Энтин?» «Ә Энтин бер ни аңламай!». Әммә Энтин «Мелодия» студияһында йырҙың һуңғы вариантын ишеткәнсе Крыловҡа үпкәләүен дауам итә. Аранжировкала һәм Ведищева башҡарыуында «Лесной олень» тулҡынландырғыс һәм заманса яңғырай[5]. Юрий Энтин, ниһайәт, йырҙың бик уңышлы булыуын таный.

«Урман боланы» йыры менән «Ох, уж эта Настя» фильмы экранға 1972 йылдың майында сыға һәм тамашасыларҙың ғына түгел, тәнҡитселәрҙең дә һөйөүен яулай. Әлбиттә, фильм үҙенең популярлығы менән башлыса унда яңғыраған «Урман боланы» йырына бурыслы. «Урман боланы» күҙ асып йомғансы СССР-ҙың иң билдәле балалар хиттарының береһенә әүерелә. Йыр тураһында үҙ фекерен үҙгәрткән Юрий Энтин Евгений Крылатовтың изге дуҫына әүерелә һәм тағы ла бер нисә тапҡыр композитор менән эшләй[6].

Фильм сыҡҡандан һуң йыр ҙур уңыш ҡаҙанһа ла, балалар радиоһында ул яңғырамай. «Урман боланы» йыры балалар радиоһын етәкләүсе Николай Литвиновҡа оҡшамай. Ул уны «йәмһеҙ сиғанлыҡ» тип иҫәпләй. Йыр радиола ул киткәндән һуң ғына яңғырай.

Тап 1973 йылда «Урман боланы» йыры өсөн Юрий Энтин үҙенең тәүге премияһын ала.

Ведищеванан һуң йырҙы күп һанлы артистар башҡара. Людмила Сенчинаның версияһы ла иң сағыуҙарҙың береһе тип иҫәпләнә[7]. Балалар хоры башҡарыуында был йыр «Йыр-73» бөтә Союз совет йыры фестиваленең йомғаҡлау концертында яңғырай[8].

2001 йылда «Электрониктар мажаралары» панк-төркөмө уның кавер-версияһын яҙып ала һәм клип төшөрә.

«Урман боланы» йырын «Электрониктар мажаралары» панк-төркөмө тарафынан башҡарыуҙың яңы варианты тураһында Евгений Крылатов былай тип әйтә:

«Электрониктар мажаралары» төркөмө башҡарыуындағы «Урман боланы» — ноталары, урын-урыны һүҙҙәре менән ул түгел, әммә ул, әйтәйек, эстетик йыр һәм, минеңсә, — был уларҙың версияһы, шуға күрә йырлаһындар әйҙә... Музыканттар миңә шылтыратып, үҙ версияһын телефон аша уҡ уйнап күрһәттеләр. Һеҙ йырҙы нисек ҡабул итәһегеҙ, шул рәүешле яңғыраһын, тинем. Ә төп нөсхәһе «Урман боланы»н тәүге башҡарыусыһы Аида Ведищеваның һәм Людмила Сенчинаның яҙмаларында бар. Шуға күрә заманса интерпретациялауҙы тыныс ҡабул иттем[9]

Тармаҡлы мөгөҙҙәре күк көмбәҙенә еткән ҡала буйлап сабып барыусы мөһабәт болан тураһындағы йыр, әкиәт һәм мөғжизәләргә ысынлап та ышанһаң ғына була тигән фекер менән солғанған. Был фекер фильм сюжеты менән тығыҙ бәйләнештә. Унда үҙе тирәләй ваҡиғаларҙы уйлап сығармай, ә үҙенең сыбар буяуҙары менән ысынбарлыҡты һүрәтләгән төп героиняга әйләнә-тирәләгеләр ышаныуҙан туҡтай. Уны ялғанда ғәйепләйҙәр, әммә ҡыҙыҡайҙың донъяға ҡарашын аңлар өсөн, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу һәм уға ышаныу ҙа етә[10].

Йырҙағы бала саҡ иленән тылсымлы болан әкиәт һәм мөғжизә кәүҙәләнеше булараҡ бала саҡ йылдарынан алып китә. Уларҙы кире ҡайтарып булмай. Әгәр ҙә бик ныҡ теләһәң һәм мөғжизәгә ышанһаң, болан кире ҡайтып, һине бала саҡ йәшәгән илгә алып китә.