Ликани Паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Ликани паркы - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡы.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ликани Паркы Грузияның Самцхе-Джавахети төбәгенең Боржоми муниципалитеты Боржоми ҡалаһының Ликани районы биләмәһендә урынлашҡан.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк XIX быуатта (1892-1895) ултыртыла башлаған. Комплексҡа Николай Романов һарайы, элекке хөкүмәт резиденцияһы һәм оранжерея инә.

Ҡомартҡы ҙур территорияны биләй, үтеүе ҡыйын урындар буйлап һуҙылған; паркта ултыртылған ағастар араһынан киң асфальт юлдар һалынған. Парк биләмәһендә төрлө тәғәйенләнештәге ҡаралтылр урынлашҡан: Георгий сиркәүе, шифаханалар, йәмәғәт туҡланыу урындары.

Парктағы 1895 йылда төҙөлгән ҙур булмаған һарай ҡыҙыҡһыныу уята. Мозаикалы бассейндар үҙенсәлекле, Мтквари йылғаһы аша һалынған металл күпер икенсе ярҙағы тимер юлға алып сыға. Петра замогына күтәрелеп була.

Тарихи Ликани паркы архитектура комплексын реабилитациялау проектын Партнерлыҡ Фонды һәм уның ярҙамсы компанияһы Likani Residence башҡара [1]..

2017 йылда Ликани Паркына Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән [2]. .

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • https://www.heritagesites.ge/ka/news_item/300 ლიკანში ისტორიული პარკის არქიტექტურული კომპლექსის რეაბილიტაცია უახლოეს მომავალში დაიწყება рус. Восстановление архитектурного комплекса исторического парка в Ликани начнется в ближайшее время