Эстәлеккә күсергә

Логинова Лидия Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Логинова Лидия Пётр ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Логинова Лидия Петровна
Лидия Петровна Логинова
Төп мәғлүмәт
Тыуған

13 ноябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны

Коми, Корткерос районы, Богородск (коми Висер) ҡасабаһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Наградалар
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Коми Республиканың халыҡ артисы (1994)

Логинова Лидия Петровна (коми Логинова Петыр Лидьö, рус. Лидия Петровна Логинова; 13 ноябрь 1954 йыл) — коми йырсыһы. Коми Республиканың Милләттәр министрлығының фин-уғыр мәҙәни үҙәге халыҡ йырҙары бүлеге хеҙмәткәре[1], «Зильган турун» (башҡ. Зыңлау үлән) ансамбле етәксеһе. Коми Республиканың халыҡ артисы (1994), 2-се дәрәжәле «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2005) эйәһе.

Лидия Петровна Логинова 1954 йылдың 13 ноябрь (ҡырпағай) көнө Коми Республиканың Корткерос районындағы Богородск (коми Висер) ҡасабаһында тыуған. Атаһы — урмансы, әсәһе — баҫыусылыҡ эшсеһе.

Лидия бала сағында уҡ йырлай башланы. Ул ҡатнашҡан иң беренсе конкурс — «Сыктывкарская осень». 1982 йылдан 1988 йылғаса Лидия Логинова Эжваса дзоридзьяс (башҡ. Эжва сәскәләре) ансамбле солисткаһы була. 1992 йылдан 1995 йылғаса ул Коми фольклор театрында, 1995 йылдан 1999 йылғаса Коми Республика Филармонияһының «Зарни ёль» ансамблендә солистка булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Коми Республиканың халыҡ артисы (1994)
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2005)