Эстәлеккә күсергә

Любизар (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Любизар»
Йыр
Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Башҡарыу теле

башҡортса

Дауамлығы

3,5 мин

"Любизар" — тарихи башҡорт халыҡ йыры, 1812 йылғы Ватан һуғышына бағышлана.

Һыбайлы башҡорт. Автор А. Орловский.

Риүәйәт буйынса, Бородино һуғышынан һуң генерал-фельдмаршал М. И. Кутузов башҡорт полкының командиры Ҡаһым түрәне (1778-1813) саҡырып ала һәм батырлығы өсөн: "Любезные вы мои башкирцы, молодцы!" - тип маҡтай. Ҡаһым түрә был турала яуҙаштарына һөйләй һәм улар дәртләнеп йыр ижад итә. Был йырҙың куплеты: "Любезники, любизар, молодец, молодец" тип ҡабатлана. Йырҙа Рәсәйҙән Наполеондың ғәскәрҙәрен ҡыуып,  Париж ҡалаһына барып еткән урыҫ һәм башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы һүрәтләнә.  "Любизар" йыры 19 быуатта яҙып алынған.  Н. Берг төҙөгән "Песни разных народов"  йырҙар йыйынтығына (М., 1854) индерелгән. Йырҙың бер вариантын  Ф Туйкин яҙып алған һәм үҙенең "Ватан Геройҙары" тигән китабына индергән

Йырҙың тексы

Любизар

Беҙ һуғышҡа ингәндә,
Бәхилләштек барыбер.
Беҙ һуғыштан сыҡҡана,
Алдан сыҡты даныбыҙ.
Любезники,любизар,
Маладис,маладис!
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға.
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,
Сығып ҡасты далаға.
Любезники,любизар,
Маладис,маладис!
Наполеонға тәхет кәрәк,
Үҙ еренә һыймаған.
Мәсүҙәргә килеп ингәс,
Улда үҙен һанаған.
Любезники,любизар,
Маладис,маладис!
Франзуздар танынылыр
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ,башҡорт ҡыҫмаҡлағас,
Табалмайҙар эҙҙәрен.
Либезники,любизар,
Маладис,маладис!
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Франзуздарҙы еңгәндә,
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники,любизар,
Маладис,маладис!

"Любизар" йыры күп кенә башҡорт йырсылары[1] репертуарына ингән.

  • YouTube сайтында Видео Группа Аргымак - Любезники любизар HD
  • YouTube сайтында Видео Любизники любизар
  • Башкирская энциклопедия. Өфө. 1996 й.
  • Башҡорт халыҡ ижады: Йырҙар. 1-се китап. Өфө, 1974;
  • Башкирские народные песни и легенды об Отечественной войне 1812 года. Сост., вступ. ст., коммент. С. А. Галина. Өфө, 1991.
  • Я. Хамматов. Төньяҡ амурҙары (башҡорт һәм рус телдәрендә)