Эстәлеккә күсергә

Лютеран сиркәүе (Полоцк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лютеран сиркәүе
бел. Лютэранская кірха
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Полоцк[d]
Дата производства 1912
Архитектура стиле неоготика[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/polock/ind…
Карта
 Лютеран сиркәүе Викимилектә

Лютеран сиркәүе — Полоцк ҡалаһында XX быуат башындағы тарихи бина, архитектура ҡомартҡыһы (номеры 213Г000615). Хәҙер бинала тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Адресы: Түбәнге-Покровка урамы, 11-се йорт.

Полоцкиҙа тәүге ағас сиркәү лютеран немец общинаһы өсөн 1775 йылда төҙөлгән. Хәҙергеһа элекке ағастан булғаны урынына 19051912 йылдарҙа төҙөлгән. Төҙөлөш 1905 йылда император указынан һуң башлана. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса сиркәү 1888 йылда төҙөлгән. Кирха Октябрь революцияһына тиклем эшләй, 1924 йылда ябыла. Кинотеатр йәки иген һаҡлағыс итеп файҙаланылған. 1948 йылдан бинала яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бинала Бөйөк Ватан һуғышына тиклем урынлашҡан, 1930 йылдан алып)[1][2][3].

Сиркәү неоготик стилдә төҙөлгән. Ҡыҙыл кирбестән штукатурланмаған бина үҙенең төҙөлөшөндә дүрт ҡырлы апсида менән тура мөйөшлө форманан ғибәрәт. Ҡорамдың төп фасадында бейек дүрт яҡлы ҡыйыҡ менән ике ҡатлы дүрт ҡырлы башня. Башняның ике ҡатын да семәрле бүлкәттәр менән һылап яһалған кәрниздәр тамамлай. Фасадтарҙың биҙәлешендә контрфорстар, осло уйымдар, пинкалдәр ҡулланылған. Төп инеү урыны уның өҫтөндә түңәрәк тәҙрә уйымы булған осло портал менән башҡарылған[1][4].

  1. 1,0 1,1 С. В. Марцелеў (гал. рэд). Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі. Віцебская вобласць. — Мінск: Беларуская савецкая энцыклапедыя, 1985. — С. 341. — 496 с. — (Збор помнікаў гісторыі і культуры Беларусі). — 8000 экз.
  2. Царква эвангеліцкая. radzima.org. Дата обращения: 21 февраль 2019.
  3. Лютеранская кирха в Полоцке. holiday.by. Дата обращения: 21 февраль 2019.
  4. Архітэктура Беларусі. Энцыклапедычны даведнік. — Мінск: Беларуская Энцыклапедыя імя Петруся Броўкі, 1993. — 620 с. — ISBN 5-85700-078-5.