Македон аш-һыуы
Уҡыу көйләүҙәре
Македон аш-һыуы — Македония Республикаһының традицион аш-һыуы. Балҡан кухняһына ҡарай. Урта диңгеҙ һәм көнсығыш аш-һыуы йоғонтоһонда формалашҡан. Македон аш-һыуы башҡа балҡан аш-һыуына хас һыҙаттарға эйә, шул уҡ ваҡытта уның үҙенә генә хас аш-һыуы бар[1].
Традицион ашамлыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тавче гравче — табала ҡыҙҙырылған ҡара борсаҡ.
- Турли тава — балсыҡ көршәктә бешерелгән йәшелсә һәм ит рагуһы.
- Айвар — йәшелсә икраһы.
- Чевапчичи (Кебали) — ҡыҙҙырылған ваҡ колбаса.
- Пита — түңәрәк, яҫы сөсө икмәк.
- Плескавица — түңәрәк яҫы кәтлит.
- Бурекас — шәкәр ҡушылмаған ондан бешерелгән ашамлыҡтар (выпечка).
- Мелидзано — бешерелгән баклажандарҙан ҡабымлыҡ (закуска).
- Мусака — ит, таш ҡабаҡ, помидор, картуф йә бәшмәк ҡушылған баклажандан әҙерләнгән ашамлыҡ.
- Пинджур — баклажан икраһы.
- Попара — һөт йә сәй һеңдерелгән икмәк.
- Пастрмалия — асыҡ ит бәлеше.
- Кашкавал — һыйыр һәм һарыҡ һөтөнән яһалған һары сыр.
- Ширден — көршәктә бешерелгән тәмләткестәр ҡушылған итле һарыҡ эсәктәре.
- Сарма — тултырылған (фаршированный) виноград япраҡтары
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Тавче гравче
-
Турли тава
-
Айвар
-
Кебали
-
Эслекле пита
-
Гарнирлы плескавица
-
Бурекас
-
Мелидзано
-
Мусака
-
Пинджур
-
Попара
-
Пастрмалия
-
Кашкавал
-
Сарма
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Национальная кухня Македонии 2017 йыл 16 май архивланған.