Мальта протектораты
Мальта протектораты | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1800 |
---|---|
Алмаштырылған | Коронная колония Мальта[d] |
Алыштырған | Гозо[d] һәм Французская оккупация Мальты[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1813 |
Мальта протектораты (итал. Protettorato di Malta, мальт. Protettorat ta' Malta) — Мальта тарихындағы үҙенсәлекле бер осор. Мальта, рәсми рәүештә Сицилия Короллегенең бер өлөшө булып иҫәпләнһә лә, Бөйөк Британия протектораты аҫтында йәшәй. Протекторат 1800 йылда француз ғәскәрҙәре Мальтала капитуляциялаған мәлдән алып 1813 йылда утрауҙың короллектең колонияһына әйләнгәненә тиклемге осорҙа һаҡлана.
Тарихтың башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утрауҙы оккупациялаған француздарға ҡаршы башланған ихтилал ваҡытында Мальта халҡы, ваҡытлы хөкүмәт булараҡ, Милли Йыйылыш төҙөй. Улар Сицилияла торған британ флотына ярҙам һорау өсөн илселәр ебәрә, һәм 1798 йылдың сентябрь аҙағында Мальтаның яр буйына составына сэр Джеймс Сумарес командалығындағы 13 карап ингән инглиз конвойы килеп туҡтала. Октябрҙә Мальтаға сэр Александр Болл килә, ә бер йылдан һуң ул утрауҙың граждандар комиссары итеп тәғәйенләнә.
Генерал Вобуа командалыҡ иткән француз гарнизоныВаллеттала ҡамауға алына һәм 1800 йылдың 4 сентябрендә француздар әсирлеккә алына. Мальта Бөйөк Британия империяһы протекторатына әүерелә. 1801 йылдың авгусында граждандар комиссары Чарльз Камерон Гоцо утрауының губернаторы итеп Саверио Кассар урынына Эммануэла Виталене тәғәйенләй. Шулай итеп, ғәмәлдә Гоцоның бойондороҡһоҙлоғо юҡҡа сығарыла.
1802 йылғы Амьен килешеүе положениеларына ярашлы Бөйөк Британия үҙ ғәскәрҙәрен утрауҙарҙан сығарырға тейеш була, әммә килешеүҙең был пунктын ул үтәмәй, шуға ла Британия менән Франция араһында тағы ла һуғыш башлана.
Хоҡуҡтар декларацияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Июнь айында 1802 йылдың июнендә Мальта ҡалалары һәм ауылдарының 104 вәкиле «La Malta Isole di delle Dichiarazione e Gozo Diritti abitanti degli dei» (Мальта һәм Гоцо утрауҙарында йәшәүселәрҙең хоҡуҡтары декларацияһы) тип аталған декларацияға ҡул ҡуя. Унда улар Георг Өсөнсөнө үҙҙәренең короле тип иғлан итә һәм уның алдына — Мальтаны башҡа державаға тапшырмаҫҡа тигән бурыс ҡуя. Декларацияла шулай уҡ Мальтала Бөйөк Британия яҡлауы аҫтында үҙидара булырға тейеш тип билдәләнелә.[1].
Лампедуза мәсьәләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси йәһәттән Лампедуза утрауы Сицилия короллегенең бер өлөшө була. XVIII быуат аҙағында, Мальта рыцарь-иоанниттаридаралығы аҫтында булғанда, Лампедуза кенәзе утрауҙы Мальта эшҡыуары Сальваторе Гаттҡа тапшыра, ә ул үҙе менән утрауға Мальта эшселәрен дә килтереп урынлаштыра.
Британдар, Лампедузаны баҫып алып, уны Мальта урынына хәрби-диңгеҙ базаһы сифатында файҙаланыу мөмкинлеген күҙҙә тота, әммә был идеянан баш тартырға мәжбүр булалар. Сөнки утрауҙың яр буйҙары һай булғанлыҡтан, караптар ҡуйыу өсөн гавандәр эшләү мөмкинлеге булмай. Шуға ҡарамаҫтан, Мальта властары һәм Британия хөкүмәте утрауҙы баҫып алырпға тырышып ҡарай. Сицилияны Напалеон баҫып алһа, Лампедузаны Мальтаны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә файҙаланырға мөмкин, тип иҫәпләй улар.
1800 йылда Болл ошо планды үтәү мөмкинлеген тикшереү өсөн Лампедузаға комиссия ебәрә. Комиссия, сағыштырмаса бик аҙ сығымдар менән Мальтанға аҙыҡ-түлек тәьминәтен юлға һалыу мөмкин буласаҡ, тигән һығымта яһай. Сөнки утрау көтөүлектәргә һәм таҙа һыуға бик бай төбәк булып сыға. 1803 йылда Малтаның ҡайһы бер фермерҙары мал-тыуары һәм һарыҡтары менән Лампедузаға барып урынлаша һәм арпа үҫтерә башлай.
1810 йылда Сальватор Гатт утрауҙы британ комиссары Александру Фернандесҡа ҡуртымға бирә, һәм ул утрауҙа Мальта колонияһын булдырырға тырышып ҡарай. Уның был ниәте тормошҡа ашмай, сөнки Лондандағы Короллек комиссияһы 1812 йылда, ябай коммерция предприятиеһы етәксеһе Фернандесҡа ярҙам итеүҙән баш тарта. 1813—1814 йылдарҙа Мальта халҡы чума ауырыуынан ҡырыла, был хәл өҫтәмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. 1814 йылдың 25 сентябрендә сэр Томас Мейтланд Британия ғәскәрҙәрен Лампедузанан сығара.
1818 йылда Гатт утрауға ҡайтҡанға тиклем Фернандес Лампедузаның хужаһы булып ҡала һәм 1824 йылға тиклем ғаиләһе менән шунда йәшәй.[2].
Короллек колонияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1813 йылда утрау Мальта корона колониюһына үҙгәртелә. 23 июлдә сэр Томас Мейтланд граждандар комиссары булараҡ сэр Хильдебранд Оуксты алмаштыра һәм губернатор дәрәжәһен ала. 1814 йылғы Париж килешеүенә ярашлы Мальта рәсми рәүештә колонияға әйләнә.[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Maltese History - G. The First Years of British Rule 1800-1824. St Benedict College. Retrieved 15 April 2014.
- ↑ When the British planned to make Lampedusa part of the Maltese Islands. Times of Malta, 17 July 2011. Retrieved 15 April 2014.