Эстәлеккә күсергә

Манглиси Сионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Манглиси Сионы
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тетрицкаройский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Манглиси Сионы Викимилектә

Манглис Сионы — грузин православ соборы. Тетрицкаро муниципалитетының Манглиси ҡалаһы ситендә урынлашҡан. Грузин христианлығының беренсе быуаттарында ҡоролған, ләкин һуңынан бер нисә тапҡыр яңынан үҙгәртеп төҙөлгән.

Манглиси ҡорамы Квемо-Картлиҙа иң боронғо тип иҫәпләнә. Был тәүге ҡорамдан бер нәмә лә ҡалмай. Бер аҙ һуңыраҡ VI йәки VII быуаттарҙа ул яңынан төҙөлә.

Был ҡорам тетраконх ҡиәфәтендә була, йәғни дүрт түңәрәк апсидаға эйә була. Шул уҡ ваҡытта Джаври тибындағы классик тетраконхтарҙан һиҙелерлек айырыла.

1002 йылда ҡорам тулыһынса яңынан төҙөлә һәм VII быуатҡа хас үҙенсәлектәрен бөтөнләй юғалта, әммә баштағы фундаментын һәм планын һаҡлап ҡала — унда һаман терәк бағаналар булмай, һәм 4 ниша ҡала.

1845 йылда собор янында яҙыу менән башня булған, уға ярашлы уны 1667 йылда епископ Арсений төҙөткән. Һуңыраҡ, XVIII быуатта тирә-яҡын лезгиндар талай һәм бушап ҡала. Ҡорам ташландыҡ хәлгә килә.

XIX быуат башына ҡорам ныҡ аламалана. 1824 йылда 17-се Егерь полк командиры казарма өсөн урын эҙләй, собор тирә-яғы уға уңайлы күренә. Төҙөлөш өсөн ағас әҙерләү эштәре башлана. Һуңыраҡ Манглиси хәрби торағы барлыҡҡа килгәс, ҡорамды йүнәтәләр һәм унда ғибәҙәттәр башлана. Тап хәрби төҙөүселәр 1862—1863 йылдарҙа таш семәрҙәрен һәм ҡайһы бер орнаменттарып тергеҙеп, соборҙы йүнәтә.


Руханиҙары ул ваҡытта урыҫтар була һәм ҡорамға башлыса һалдаттар йөрөй. 1862 йылда полк көсө менән манараһы төҙөлә. 1870 йылдарҙа ҡорамды рәссам Константин Филлипов биҙәй.

Собор таш стена менән уратып алынған, манара менән башня аша ҡапҡа алып бара.

  • Манглиси

Интернет ресурстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]