Манжур (йыр)
«Манжур» | |
Йыр | |
---|---|
Жанр | |
Башҡарыу теле |
башҡортса |
Дауамлығы |
3,5 мин |
«Манжур» (урыҫ. Маньчжурия) (башҡ. Манжур) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (оҙон моңло йыр).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә лә томан, ай, кис томан,
Томан ҡырауҙарҙы иретә.
Ҡушымта:
Эй, нужа килһә, тартып ала,
Илтеп Манжурға һала.
Бик ауыр хәл сит илдәрҙә,
Ил ташлауы биг(е)рәк ерһетә.
Ризыҡ менән, ай, тәҡдирҙәр
Ғәзиз башҡайҙарҙы йөрөтә.
Ҡушымта:
Менгән дә атым, ай, бәйләнем
Алмағасҡай төбө һалҡынға.
Ҡушымта:
Уф та тиһәм, йөрәгем яна
Күкрәгемдән сыҡҡан ялҡынға.
Магнит таҫмаһына 1961 йылда Куйбышев өлкәһе Оло Чернигов районының Диңгеҙбай ауылында йәшәгән Мәғрифә Йәрмөхәмәтованан яҙып алына. Нотаһын Камил Рәхимов яҙа — Ғилми архив, ф. 3, оп. 23/6, л. 40. Йырҙың тексы: Башҡорт халыҡ ижады, 1974 йыл, 147-се бит.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусының һүҙҙәренсә, «Манжур» йырын уның туғаны, 1905 йылғы урыҫ-япон һуғышында ҡатнашҡан Р. Йәрмөхәмәтов ижад иткән, ижадсының үҙен аҙаҡ «Япон» тип тә йөрөткәндәр. Йырҙың йөкмәткеһендә һалдаттарҙың ауыр тормошо һәм уларҙың тыуған илдәрен, тыуған ерҙәрен һағыныуы сағылыш тапҡан.
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Манжур» йырының шиғыры 9—8 ижекле юлдарҙан тора. Ул ҡушымта менән башҡарыла. Оҙон һәм һәлмәк башҡарылған көйҙәргә ҡарай. Әммә йырлағанда темпты үҙгәртеүҙәр хас.
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киләсәктә был тарихи йыр ҙа халыҡ йырын өҫтөн күргән йырсыларыбыҙ репертуарында урын алыр, тигән ышаныс бар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө. 1997.
- Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 1983;
- Дияров К. М. Сал Уралдың моңдары. Өфө, 1988;
- Буранғолов М. А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады hәм ижадсылар тураhында, туй йолалары, боронғо йырҙар hәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995.