Эстәлеккә күсергә

Марсамшетт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марсамшетт
мальт. Marsamxett, итал. Marsamuscetto
Ил
Мальта
Точка
Марсамшетт
 Марсамшетт Викимилектә

Марсамшетт (мальт. Marsamxett, итал. Marsamuscetto) ― Мальта утрауының тәбиғи гаване. Бөйөк гавандән төньяҡҡа табан урынлашҡан[1].

Марсамшетт гаваненең һыу киңлеге төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай һәм төньяҡта Драгут һәм Тинье морондары менән сикләнгән. Гавандең төньяҡ-көнбайыш ярында өс: Слима, Гзира һәм Та-Шбиш ҡалалары урынлашҡан. Был ҡалаларҙы урап үтеп, гавань артабан ил төпкөлөнә― Пьеттаға һәм Мсидаға тиклем һуҙыла.

Гзиранан алыҫ түгел Маноэль утрауы урынлашҡан, хәҙер уны ҡала менән күпер тоташтыра. Гавандең көньяҡ-көнсығыш ярын Скиберрас ярымутрауы барлыҡҡа килтерә, унда Флориана ҡалаһы һәм Мальтаның баш ҡалаһы — Валетта урынлашҡан. Ярымутрауҙың осонда XVI быуатта төҙөлгән Изге Эльма форты урынлашҡан. Скиберрас ярымутрауы үҙенә параллель Бөйөк гавандән Марсамшетт ярымутрауын айыра.

Мальта халҡының күпселек өлөшө ике гавань һәм уларға яҡын урынлашҡан яр буйы ҡалаларында йәшәй. Бөгөнгө көндә был Европаның иң күп халыҡ йәшәгән райондарының береһе. Уның халҡы 213 722 кеше тәшкил итә, Был Мальта халҡының дөйөм һанынан 47 %-тан ашыуын тәшкил итә[2].

XIX быуатта Марсамшетт. Джираломо Джанни картинаһы

Әгәр XX быуат уртаһына тиклем Марсамшетта, Бөйөк гавань менән бер рәттән диңгеҙ флоты урынлашҡан булһа, хәҙер уны башлыса бәләкәй суднолар, яхталар һәм круиз катерҙары, файҙалана[3].

2006 йылдың 10 сентябрендә Aero GP серия ярышы ваҡытында Марсамшетт өҫтөндә һауала ике самолёт бәрелешә, һөҙөмтәлә пилоттарҙың береһе. Габор Варга, һәләк була[4].

  1. Other Ports (ингл.). Transport Malta. Дата обращения: 20 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 6 ноябрь 2014 года.
  2. Estimated Population by Locality 31st March, 2013 (ингл.). Malta Government Gazette 19,094. Дата обращения: 21 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 14 июль 2014 года.
  3. Maritime Squadron Armed Forces of Malta (ингл.). steno.webs.com (март 2010). Дата обращения: 4 июнь 2015. Архивировано из оригинала 7 апрель 2014 года.
  4. Stunt pilot dies in crash over Marsamxett (ингл.). MaltaMedia News (10 сентябрь 2006). Дата обращения: 21 ноябрь 2014. Архивировано 17 февраль 2012 года.