Эстәлеккә күсергә

Маскарпоне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Маскарпоне
Mascarpone
Тирамису, маскарпондан десерт
Тыуған иле

Италия Италия

Ҡала, регион

Ломбардия һ.б.

Һөт

һыйыр һөтө йәки буйвол һөтө

Текстура

крем һымаҡ

 Маскарпоне Викимилектә

Маскарпоне (итал. mascarpone) — итальян аҡ майлы сыр. Ломбардия төбәгенән килеп сыҡҡан.. Беренсе тапҡыр XVI быуат аҙағы — XVII быуат башында Миландан көньяҡ-көнбайыштараҡ Лоди һәм Аббиатеграссо ҡалалары араһындағы районда эшләнгән тип иҫәпләнә. Чизкейк, тирамису һәм башҡа десерттарҙы әҙерләгәндә йыш ҡулланыла.

Маскарпоне етештереүҙә май миҡдары 25 % булған ҡаймаҡ һыу ваннаһында 75-90 °C тиклем йылытыла һәм һөт аҡһымының коагуляция процесын башлау өсөн тартар (вино) кислотаһы, лимон һуты йәки аҡ уксус өҫтәлә. Коагуляцияны тамамлау өсөн ҡыҫҡа ваҡыт йылытҡандан һуң, продуктты һыуыталар һәм сыворотканы алып ташлау өсөн, һалҡын урында аҫылынып торған туҡыма тоҡсайҙарҙа үҙ-үҙен пресслауға дусар итәләр.

Маскарпоне ҡоро ҡалдыҡта яҡынса 75 % май бар, крем һымаҡ консистенциялы, шуға күрә десерттар өсөн бик яҡшы. Маскарпоне нигеҙендә әҙерләнгән иң билдәле десерт — тирамису. Шулай уҡ ҡайһы берҙә сыр бутербродтар өсөн май урынына ҡулланыла.

Ломбардияның төрлө ризыҡтарында ҡулланыла һәм төбәктә милли ризыҡ тип һанала[1]. Был тирамисуның[2] төп ингредиенттарының береһе булып тора, ҡайһы берҙә ризоттоның тәмен тултырыу өсөн Пармезан сыры йәки май урынына йәки уның менән бергә ҡулланыла[3]. Маскарпоне шулай уҡ чизкейк рецептына инә[4].

  1. Veronelli, Luigi. Food of North Italy : authentic recipes from Piedmont and Lombardy. — Singapore: Periplus, 2002. — С. 31. — (120 pages) с. — ISBN 1-4629-0976-0, 978-1-4629-0976-6.
  2. Atherton, Jason. Social sweets. — London. — С. 87. — 253 pages с. — ISBN 978-1-4729-0556-7, 1-4729-0556-3.
  3. Blumenthal, Heston. Further adventures in search of perfection : reinventing kitchen classics. — London: Bloomsbury, 2007. — С. 140. — 319 pages с. — ISBN 978-0-7475-9405-5, 0-7475-9405-8.
  4. Fairchild, Barbara, 1951-. Bon appétit desserts : the cookbook for all things sweet and wonderful. — Kansas City, Mo.: Andrews McMeel Pub, 2010. — С. 191. — ISBN 978-1-4494-0200-6, 1-4494-0200-3.