Метаэтика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Метаэтика
Commons-logo.svg Метаэтика Викимилектә

Метаэтика (аналитик этика) — логик-лингвистик анализ методтары ярҙамында, фәлсәфәлә этиканың үҙен анализлаусы фәнни дисциплина булараҡ этик тикшеренеүҙәр йүнәлеше. XX быуат башы һәм уртаһының этик тикшеренеүҙәре метаэтика менән бәйләнә.

Эдвард Джордж Мурҙың «Principia Ethica» хеҙмәте метаэтика өлкәһендәге тәүге тикшеренеү тип һанала [1].

Метаэтика мәсьәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ричард Гарнер һәм Бернард Розенға ярашлы,[2] метаэтик проблемаларҙың өс төрө йәки метаэтиканың дөйөм  мәсьәләләре бар:

  1. Әхлаҡи төшөнсәләрҙең һәм  әһәмиәте ниндәй?
  2. Әхлаҡи фекер йөрөтөүҙең тәбиғәте ниндәй?
  3. Әхлаҡи фекер йөрөтөүҙе нисек нигеҙләргә мөмкин?

Беренсе төр һорау булып, мәҫәлән, «„яҡшы“, „насар“, „дөрөҫ“, „дөрөҫ түгел“ төшөнсәләре нимә аңлата?» һорауы тора. Икенсе категория әхлаҡи фекер йөрөтөү универсаль йәки сағыштырмаса, бер мәғәнәле йәки плюралистик буламы тигән мәсьәләләрҙе индерә. Өсөнсө төр мәсьәләләр, мәҫәлән, нимә яҡшы, ә нимә насар булыуын беҙ ҡайҙан беләбеҙ һәм ғөмүмән быны белеүе мөмкинме тигәндән тора.  Гарнер һәм Розен, бөтә өс төр мәсьәлә бойондороҡһоҙ була алмауын, һәм уларҙың береһенә яуап башҡа һорауҙарға ла етерлек дәрәжәлә аныҡ яуап булыуын фаразлай, тип раҫлай[2].

Семантик теориялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был теориялар иң тәүҙә метаэтиканың дөйөм һорауҙарының беренсеһенә яуап бирергә тырыша. Мәҫәлән, ҡиммәттәр теорияһы семантик теория булып тора.

Нигеҙләүсе теориялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был теориялар: «әхлаҡи фекер йөрөтөүҙе нимәгә нигеҙләргә мөмкин?» йәки «ни өсөн әхлаҡи норманы үтәү кәрәк?» тигәнгә оҡшаш һорауҙарға яуап бирергә тырыша. Әхлаҡтың күпселек эпистемологтары, әлбиттә, әхлаҡ скептиктарҙан айырмалы, әхлаҡ өлкәһендәге фекер йөрөтөүҙәрҙе нигеҙләп була тип иҫәпләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эмотивизм

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Максимов Л.В. Очерк современной метаэтики // Вопросы философии : журнал. — 1998. — № 10. — С. 39—54.
  2. 2,0 2,1 Garner Richard T. Moral Philosophy: A Systematic Introduction to Normative Ethics and Meta-ethics — New York: Macmillan, 1967. — P. 215. — ISBN LOC card number 67-18887.