Милавица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милавица
Логотип
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Минск, Беларусь
Продукция женское нательное бельё[d]

"Милави́ца " Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (бел. Мілавіца) — ҡатын-ҡыҙ эске кейемен белорус етештереүсеһе. Төп брендтан тыш Milavitsa компанияһы продукцияһын Aveline, BodyArt, Accent сауҙа маркалары аҫтында етештерә һәм тарата. Минск ҡалаһында урынлашҡан.

Компания тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1908—1915. Ағалы-энеле Турнье фабрикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Франсуа-Турнье» галантерея фабрикаһына 1908 йылда Минскиҙа Жан һәм Франсуа-Виктор Турнье-Коллет исемле ике ағалы-ҡустылы нигеҙ һалған. 8 ноябрҙә Минск губерна идараһынан фабриканы асыуға рөхсәт ҡағыҙы алына[1]. Фабрика целлулоид ҡатын-ҡыҙ тараҡтары, ирҙәр тараҡтары, төймәләр һәм башҡа әйберҙәр етештергән.

Предприятие электрлаштырылған: фабрикала 25 ат көсөнә тиң динамо-машина торған, ул бинаны яҡтыртыу өсөн электр тогы етештергән.

1911 йылда фабрика «Франсуа Турнье» йәмғиәтенә күсә, был ваҡытҡа уның составына урындағы эшҡыуарҙар — сауҙагәр Блимович һәм инженерҙар Шмерлинг һәм Калецкий ҙа ингән.

1913 йылда предприятиела 60 ат көсө ҡеүәтенә эйә двигатель эшләгән, һәм 200 самаһы эшсе, шул иҫәптән 18 француз мастер-гравёры йәлеп ителгән. «Франсуа Турне» фабрикаһы дөйөм суммаһы 254, 2 мең һумлыҡ 23 мең ҡатын-ҡыҙ тарағы етештергән. Эштәр уңышлы барған: Соломон Блимович һәм Моисей Калецкий шул осорҙағы иң бай эшҡыуарҙарҙың береһе булып киткән[2].

Беренсе бөтә донъя һуғышы алдынан 1915 йылда фабриканы ҡорамалдары һәм эшселәрҙең күбеһе менән бергә эвакуациялағандар[3]. 1917 йылда фабриканың цехтары тулыһынса емерелә, ә фабрика үҙе революциянан һуң национализациялана.

1926—1928. «Спартак» артелы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1925 йылда «Франсуа Турнье» фабрикаһының элекке хеҙмәткәрҙәренән торған инициатив төркөм[4]"Белкустпромсоюз"ға пластмассанан продукция етештереү буйынса артель ойоштороу тураһында ғариза бирә.

Тейешле рөхсәт алына һәм 1925 йылда «Спартак» артеле Минскиҙа эшләй башлай. Сәнәғәт-кооператив артеленең рәсми Уставы[5]1927 йылда ғына ҡабул ителә.

Артелдә ҡатын-ҡыҙ кәкре тараҡтары, тура тараҡтар, төймәләр һәм башҡа ваҡ көнкүреш тауарҙары етештерелгән.

«Белоруска» предприятиеһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Национализацияланғандан һуң, «Спартак» артеле «Белоруска» дәүләт галантерея фабрикаһы составына индерелә. Яңы фабрика 1929 йылдың 1 мартында Минскиҙа эшләй башлай. Директоры[6] итеп быға тиклем республиканың Туҡыусылар союзының Үҙәк идараһы рәйесе вазифаһын биләгән Ф. С. Диканов тәғәйенләнә.

«Белоруска» фабрикаһы ике корпустан торған: береһе төймәләр, икенсеһе тараҡтар яһаған[7].

М. В. Фрунзе исемендәге фабрика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрь революцияһының ун биш йыллығы уңайынан 1932 йылдың ноябрендә фабрикаға граждандар һуғышы полководецы М. В. Фрунзеның исеме бирелә.

Предприятие элеккесә махсуслаша: «Тараҡтар 1573800 дана, сәсте тотоусы ҡулайламалар 3400 дана, төймәләр 130879 һәм башҡа галантерея изделиелары»[8].

Фабрика Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем эшләй: Минскиға немец авиацияһы һөжүме арҡаһында 1941 йылдың 23 июнендә предприятиеның бөтә төп цехтары юҡ ителә.

1945 йылда элекке сүпрә заводының ярым емерек биналарында фабриканы тергеҙеү буйынса эштәр башлана. Производство эшләй башлағас, фабрика ассортименты киңәйтелә: 1950 йылдан алып комбинат яһалма күндән сумкалар, резиналанған ҡатын-ҡыҙ плащтары, балалар япмалары сығара башлаған.

1960 йылда Белорус ССР-ның Министрҙар советы ҡарары буйынса М. В. Фрунзе исемендәге фабрика тегеү галантереяһы һәм фурнитураһы (ҡаптырмалар, төймәләр), шаҡмаҡлы ирҙәр күлдәктәре етештереүгә махсуслаша башлай, ә 1961 йылдан корсет изделиеларын (грация һәм ярымграция) үҙләштерә башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар туалеты һәм теген галантерея изделиеларынан әйберҙәр эшләгәндә башта Белорус ССР-ның Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан мәғлүмәт (сит ил фирмалары өлгөләре) файҙаланылған.

1964 йылда предприятиела ассортимент тулыһынса үҙгәртелә: фабрика тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙар туалеты әйберҙәрен тегеүгә күсә. Эксперименталь цех конструкторҙары ҡатын-ҡыҙҙар туалетының бөтә моделдәрен үҙаллы эшләй башланы, һәм ҡайһы берҙә тәүге манекенщиктар сифатында үҙҙәре лә сығыш яһай. Фабрика изделиелары баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана башлай.

1969—1991. МПШО «Комсомолка» — Минск производство теген берекмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдың 11 сентябрендә еңел сәнәғәт министрлығы бойороғо буйынса фабрика «Комсомолка» Минск производство теген берекмәһе тип үҙгәртелә. Предприятие бюстгальтерҙар, билбауҙар, ярымкорсеттар, ебәк, кизе-мамыҡ туҡымаларҙан һәм һығылмалы (элстик) туҡымаларҙан грациялар, яңы тыуған сабыйҙар һәм ясле, мәктәп йәшендәге балалар өсөн әйберҙәр, галстуктар етештерә.

1970 йылдың ноябрендә Нововиленская урамы, 28 адресы буйынса яңы етештереү корпусы файҙаланыуға тапшырыла. Әлеге ваҡытта унда етештереү цехтары, шулай уҡ «Милавица» компанияһының төп офисы урынлашҡан.

1991 йылдан «Милави́ца» Ябыҡ акционерҙар йәмғиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда компания хеҙмәткәрҙәре Белорус Яҙыусылар союзына компанияға яңы исем уйлап табырға ярҙам итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Яҙыусы Владимир Павлов уны «Милавица» тигән атаманы тәҡдим итә.

Боронғо славяндар «Милави́ца» тип Венера планетаһын атаған[9], ә шул уҡ исемле алиһә мөхәббәт символы һәм ҡатын-ҡыҙ гүзәллегенең кәүҙәләнеше тип иҫәпләнгән[10].

1991 йылда «Комсомолка» Минск етештереү берекмәһе базаһында юридик шәхес хоҡуғына эйә ике үҙ аллы предприятие: «Милавица» Минск тегеү фирмаһы һәм «Комсомолка» Молодечнен тегеү фабрикаһы асыла. 1992 йылда «Милавица» фирмаһы дәүләт өлөшө ҡатнашлығынан тыш акционерҙар йәмғиәте статусын ала. Акцияларҙың контроль пакеты предприятие коллективына ҡарай.

1996 йылда «Милавица» Минск теген фабрикаһы, акционерҙар йыйылышы ҡарарына ярашлы һәм «Минск ҡала башҡарма комитеты» ҡарары нигеҙендә, «Милавица» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә.

Продукцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Milavitsa брендя аҫтында түбәндәге продукция төрҙәре сығарыла:

  • Ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске кейеме
  • купальниктар (һыу инеү кейеме)
  • трикотаж изделиелар

Ваҡлап һатыу селтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Компанияның фирма магазиндары донъяның 19 илендә асылған[11]: Рәсәйҙә — 300-ҙән ашыу, Украинала — 80, БДБ-ның башҡа илдәрендә һәм Евросоюз биләмәһендә 120-нән ашыу магазины эшләй. Белоруссияға килгәндә, унда 51 фирма магазины эшләй, шуларҙың ун бише Минскиҙа урынлашҡан.

Спонсорлыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда «Милавица» компанияһы баскетбол буйынса Белоруссия ҡатын-ҡыҙҙар милли командаһының генераль партнёры булды<ref>[http://marketing.by/main/market/company_news/00042843(недоступная ссылка) «Милавица» стала генеральным партнёром женской национальной команды по баскетболу > Новости компаний > Рынок > Marketing./ref>.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Прошение Турнье в Минскую городскую управу о постройке фабрики и информация о разрешении на постройку, данная Минским губернским правлением от 21.11.1908 г. (по григорианскому календарю)Источник: Исторический архив
  2. Кто был самым богатым в Беларуси в 1913 году? — Новости общества и социальные новости — Ежедневник. Дата обращения: 18 сентябрь 2012. Архивировано 21 октябрь 2016 года. 2016 йыл 21 октябрь архивланған.
  3. Информация об эвакуации фабрики в 1915 году. Исторический архив. Ф.1, оп.1 , дело 4817, л. 81).
  4. Заявление от имени членов артели Председателю ВСНХ Б. С. С. Р. тов. Карпу, ноябрь 1928 года.
  5. Статут Прамыслова-Кааперацыйнай Арцелі па вырабу целлюлёйдавых вырабаў «Спартак», зацверджан ВСНГБ 11 кастрычніка 1927 г.
  6. Приказ № 132 по верховному Совету Народного Хозяйства БССР от 2 апреля 1929 года
  7. Газета «Рабочий», 5 октября 1928 года
  8. «Спіс прамысловых прадпрыемстваў БССР». Кіраўніцтва народна-гаспадарчага ўчота БССР. (Менск, 1935)
  9. Ҡалып:Книга:БелЭн
  10. Венера. Энциклопедия знаков и символов. Дата обращения: 18 сентябрь 2012. Архивировано 6 март 2021 года.
  11. «Милавица» открыла первый фирменный магазин в Эстонии — Новости OPEN.BY. Дата обращения: 18 сентябрь 2012. Архивировано из оригинала 4 май 2011 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]