Милләт нуры (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Милләт нуры»

«Милләт нуры» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Ямал-Ненец автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бағыусылар аҡсаһына нәшер ителә. 20052009 йылдарҙа Ноябрьск ҡалаһында ай һайын урыҫ, башҡорт һәм татар телдәрендә сыға.

2016 йылда газета яңынан сыға башлай. Яңартылған тәүге баҫма баҫмаларҙан әҙ генә айырыла. Беренсе һәм икенсе полосала иң мөһим яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы кешеләр менән әңгәмә, актуаль темаларға мәҡәләләр бар. Былар урыҫ телендә, өсөнсө һәм дүртенсе полосалар башҡорт телендә сыға. Газета биттәрендә төйәк халҡы шулай уҡ үҙ әҫәрҙәрен баҫтыра ала. «Милләт нуры» Ноябрьск башҡорттары ҡоролтайы, шулай уҡ Ямал шәһәрҙәрҙең башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшен яҡтыртыла. Газетаның тағы бер темаһы - дин: айырым алғанда, баҫма Ислам бәйрәмнәре һәм йолалары тураһында материалдарҙы баҫтырып сығара.[1][2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]