Молдавия купоны
Молдавия купоны | |||
---|---|---|---|
Cupon Ҡалып:Ref-mo | |||
| |||
Әйләнештә булыу биләмәһе | |||
Эмиссия | Молдова | ||
Сығарылма берәмектәр | |||
Параллель валюта | Рәсәй һумы | ||
Ваҡ аҡсалар | |||
Ваҡ аҡсалар | сығарылмай | ||
Банкнота | 50, 200, 1000 и 5000 купон | ||
Тарих | |||
Индерелгән | 10.06.1992 | ||
Алдан килеүсе валюта | Рубль СССР (SUR) / Рәсәй һумы (RUR) | ||
Әйләнештән сығарыу башланған | 29.11.1993 | ||
Һуңынан килеүсе валюта | Молдавия лейы | ||
Банкноталар һәм ваҡ аҡса баҫыу | |||
Эмиссионный центр | Молдавия Милли банкы | ||
www.bnm.md | |||
Курс һәм нисбәте | |||
1 RUR = 1 купон | |||
Молдавия купоны Викимилектә |
Молда́вия купо́ны (молд. cupon) —1992 йылдан 1993 йылға тиклем Молдавияның ваҡытлыса аҡса берәмеге. Беренсе купондарҙы Молдавия Милли банкыһы 1992 йылдың 10 июнендә сығара. Купондар Рәсәй һумы менән бергә 1:1 нисбәтендә ҡул аҡса әйләнешендә ҡулланыла. 1993 йылдың 9 авгусында Рәсәй һумы әйләнешкә индерелгәс, Молдавия Милли банкыһы купондың башҡа валюталар нисбәтенә үҙалла котировкалар билдәләй. 1993 йылдың 29 ноябрендә 1000:1 нисбәтендә купондарҙы молдава лейенда алыштырыу башлана һәм 2 декабргә тиклем дауам итә.
Купондар 50, 200, 1000 и 5000 номиналында сығарыла. Ваҡ аҡсалар сығарылмай. Купондың бер яғына Молдавия гербы, эмблема төшөрөлгән һәм үҙәк банк исеме, сығарылған йылы, алдап яһаусыларға иҫкәртмә яҙылған. Кире яғында Сороки крепосы, номиналы, милли банк эмблемаһы төшөрөлгән. Аҡсаның йөҙөндә ромб һәм һыныҡ линияларҙан торған һаҡлыҡ тамғаһы бар.
Серия номерҙары А.1234 123456.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Наш лей // Независимая Молдова. — 26.11.2003.
- Moneda națională: o istorie de succes? // Moldova în tranziție. — 1998. (рум.)