Молдавия революцияһы (1848)
Молдавия революцияһы |
Молдавия революция (1848) — 1848 йылда румын милләтселәренең һәм либераль даирәләрҙең, шулай уҡ молдаван һәм валах эмигранттар төркөмөнөң Молдавия Кенәзлегендә власты ҡулдарына алырға теләп башҡарған уңышһыҙ ынтылыштары. Был революция Дунай кенәзлектәрендәндәге революцияларҙың бер өлөшө була. Баш күтәреүселәр Рәсәй империяһы хуплаған Органик регламентҡа ҡаршы сығыш яһай. Консерватив дворянлыҡ менән уртаҡ тел табырҙарына ышанған һәм яңы ғына барлыҡҡа килә башлаған урта синыфтың ярҙамына иҫәп тотмаған һөйләшеп-килешеү яҡлы йәш интеллектуалдар ихтилалға етәкселек итә, әммә ихтилал баҫтырыла, ә Молдавия хакимы боласыларҙы илдәренән ҡыуып сығара[1].
Тарихтың башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдаван баярҙары (революционерҙың ҡайһы берҙәре — уларҙың ырыуҙашы) хакимдары Михаил Стурдзаны үтә ҡаты ҡуллы булыуы һәм уларҙың тәҡдимдәрен тыңларға теләмәүендә ғәйепләп, уға ҡаршы сыға. Баярҙар араһынан кемелер хатта тәхеткә ултырыу теләге менән яна. Баярҙар Стурдзаны ҡаҙна милкен урлауҙа һәм коррупцияның сәскә атыуында ғәйепләп, Рәсәй һәм Төркиә властарына мөржөғәт итә[2], хатта уға ҡаршы заговорҙар әҙерләй, ләкин халыҡтың уларҙы хупламауы сәбәпле, ҡуйған маҡсаттарына өлгөшө алмайҙар. Стурдза үҙ һүҙендә ҡаты тора һәм, бер ниндәй компромисҡа бармайынса, илгә идара итеүен дауам итә[3]. 1846—1848 йылдарҙа баярҙарҙан тыш крәҫтиәндәр ҙә Стурдзаға ҡаршы сыға. 1846 йылда Яссы ҡалаһы предприятиелары хужалары кенәздең һалымдарҙы күтәреү тураһындағы ҡарарына риза булмай, бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа урындағы алпауыттар өҫтәмә һалымдарҙы түләүҙән баш тарта. 1847 йылда илдә йәйге ҡоролоҡ һәм ҡара сиңерткә һөжүме көслө була, һөҙөмтәлә уңыш юҡҡа сыға. Бер нисә жудецала туҡтауһыҙ кәңәшмәгә йыйылып көн үткәнгән баярҙарға ҡаршы сығыш яһайҙар. Крәҫтиәндәр алпауыттарға эшләргә теләмәй, иген һатыусылар тауар етешмәүгә һәм Европалағы иҡтисади көрсөккә ризаһыҙлыҡ белдерә[2].
1847 йылдың көҙөндә һәм 1848 йылдың яҙында болалар уларҙың башлыҡтарының сит илдәргә ҡасыуы менән тамамлана. Буласаҡ революционерҙарҙың күбеһе Франция, Парижда уҡып йөрөгән була. Улар, Франциялағы февраль революцияһы тәжрибәһе менән илһамланып, господарҙан үс алырға теләй.[4][5].
Ваҡиғалар хронологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1848 йылдың 27 мартында (8 апрель) Яссы ҡалаһының «Петербург» ҡунаҡханаһында Стурдза яҡлы булмаған бер нисә баяр, либераль ҡарашлы йәш баярҙар, урта синыф һәм күп кенә ҡала халҡы вәкилдәре (меңгә яҡын кеше) йыйыла. Йыйылышта Молдавия эмигранттары ла ҡатнашырға тейеш була, әммә господарь уларҙы сик буйы аша үткәреүҙе тыя[2]. Был осрашыуға тиклем бер нисә айырым йыйылыш һәм господарь власына ҡаршы халыҡ күп ҡатнашҡан демонстрациялар булып үтә. Демонстрацияларҙа ҡатнашыусылар Париж, Вена һәм Берлиндағы ваҡиғаларҙан рухи көс ала. Йыйылған халыҡтың бик аҙы ғына киҫкен саралар яҡлы була, революционерҙарҙың күбеһе һөйләшеп килешеүҙе өҫтөн күрә. Улар, реформалар үткәреүҙе талап итеп, господарға «Петиция-прокламация» ебәрә һәм петицияны ебәргәндән һуң үҙҙәренең йыйылышын һәм бөтә ассоциацияларҙы таратырға һүҙ бирә. Урыҫ ғәскәренең баҫып инеү ҡурҡынысына йәки крәҫтиәндәрҙең һәм ҡала халҡының түбән ҡатламының революцияға ҡушылыуы һәм тыныс сығыштың ҡан ҡойоуға әйләнеү ихтималлығына бәйле ошондай һаҡлыҡ саралары күрелә.[6][7].
Василь Александри етәкселегендәге комитет "Петиция-прокламация"ны шәхсән господарҙың ҡулына тапшырырға тейеш була. Петиция бөтә халыҡҡа һәм господарға мөрәжәғәт итә: унда шул мәлдәге сәйәси режимды йомшартыуҙы (цензураны, тән язаһы биреү һәм эҙәрлекләүҙе бөтөрөү, шәхес именлеген гарантиялау, крәҫтиәндәрҙең хәлен яҡшыртыу һәм башҡалар) тәьмин иткән реформалар үткәреүгә саҡырыу яҙыла, был саралар илдең иҡтисади үҫешен тәьмин итер ине[8].Төп талап — Органик регламентты күҙәтеү һәм законды боҙмау: петиция авторҙары чиновниктарҙың ҡаҙнаны урлауына һәм башбаштаҡлығына туранан-тура күрһәтә. Революционерҙар йыйылыш ағзаларының һанын арттырыуҙы һәм полномочиеларын киңәйтеүҙе талап итә. Ағымдағы сәйәси һәм социаль структураларҙы юҡ итергә йәки үҙгәртергә бер кем дә йыйынмай[6][9].
Петицияла бөтәһе 35 пункт була. Стурдза, "Петиция-прокламация"ны 9 апрелдә ҡабул итеп ала һәм 35 пункттың 33-ө менән ризалаша, әммә йыйылышты таратыу, милли гвардия булдырыу һәм цензураны юҡҡа сығарыуҙан баш тарта[6]. Стурдзаның петицияны тулыһынса ҡабул итмәүенә революция лидерҙарының асыуы килә. Тиҙҙән гоподарь ярҙам һорап ғәскәргә мөрәжәғәт итә һәм шул кистә үк протест белдереүселәрҙе майҙандан ҡыуып сығарырға ҡарар итә. Йыйылышта ҡатнашыусылар «Петербург» ҡунаҡханаһы янында баррикадалар ҡора, ә полиция уны штурм менән ала. Ҡорбандар һаны буйынса мәғлүмәттәр төрлөсә: тарихсыларҙың ҡайһы берҙәре, ҡунаҡхана ҡан ҡойоуһыҙ алынды, тип раҫлаһа, икенселәре, боралыш мәлендә бер нисә кешенең үлтерелеүе тураһындағы фекерҙә. Яҡынса 300 революционер ҡулға алына[10]. Ҡайһы берҙәре йәшеренеп Трансильванияға һәм Буковинаға ҡаса. Ҡасаҡтар араһында Берләштерелгән Валахия һәм Молдавия кенәзлектәренең буласаҡ господары Александр Ион Куза ла була. Халыҡ ышанысын юғалтҡан Стурдза,[11] революционерҙарға теләктәшлек белдергән һәр кешене шик аҫтына алып, ҡулға ала, ҡаты цензура урынлаштыра һәм сик буйында Франциянан Молдавияға ҡайтҡан һәр студенттан һорау алырға тигән приказ бирә[12][13][14].
Черновцы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдавия һәм Буковина либералдары Черновцыла «Молдавия революцион комитетын» ойоштора һәм Михаил Когэлничанға революция хәрәкәте принциптарын эшләүҙе йөкмәтә. Августа ул «Молдова милли партияһының теләктәре» башы аҫтында нәшер ителә[2]. Был "Теләктәр " 9 апрелдәге петициянан либераллығы менән айырылып тора. Киңәйтелгән полномочиелы һайланған йыйылыш булдырырға, жудецтар, ҡалалар һәм ауыл общиналарының автономияларын киңәйтергә тигән талаптар ҡуйыла[10][15][13]. Румынияның буласаҡ премьер-министры был талаптар менән килешә. Шуға ҡарамаҫтан баярҙарҙың алдынғы ролдә булыуын инҡар итмәй һәм крәҫтиәндәрҙең дәүләт тормошонда ҡатнашыуы менән ризалашмай[10].
Эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Май айында господарь Николай Беренсегә ғәскәр индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә.[16]. 7 июлдә император рөхсәтенән башҡа 12 мең кеше молдаван кенәзлеге еренә аяҡ баҫа[17] һәм господарға ҡаршы сығыштарҙы баҫтыра[18]. Николай I был башбаштаҡлыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдерә, ул Европала протест булыуынан ҡурҡа. 27 сентябрҙә бөтә урыҫ ғәскәре Валахияға инә һәм Венгрия менән Трансильвания сиктәрен ҡаплай[19].
1849 йылдың 1 майына тиклем кенәзлектә хәрби хакимиәт эшләй, сөнки Рәсәй Төркиә менән Балта-Лиман конвенцияһына ҡул ҡуйылмаған һәм Дунай кенәзлектәре өҫтөнән контролде тергеҙелмәгән була[20][21]. Ғосман империяһының бөйөк вәзире Рәшид-пашаның ярҙам итәсәгенә таянып, 1848 йыл революционерҙары программаһын хуплаған Григорий Гик яңы господарь итеп ҡуйыла. Ул революционерҙарҙың илгә ҡайтыуын рәхсәт итә һәм күптәренә, шул иҫәптән Михаил Когэлничан һәм Иона Ионеску де ла Брадаға (инг.)баш. дәүләт вазифалары тәҡдим ителә. Иҡтисад һәм мәғарифта мөһим администоратив реформалар үткәрелә, әммә революцияла ҡатнашыусылар алдында господарҙың абруйы күтәрелмәй[15][22][23].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Hitchins, p.232
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ожог И. А., Шаров И. М. Краткий курс лекций по истории румын. Новая история. — Кишинёв, 1992. Архивировано из первоисточника 5 март 2009.
- ↑ Hitchins, p.235
- ↑ Hitchins, p.236
- ↑ Ioana Ursu, «J. A. Vaillant, al român un prieten poporului», in Istoric Magazin, 1977 July, p.14-15
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Hitchins, p.237
- ↑ Ҡалып:Ro icon Cătălin Turliuc, «de la 160 ani de 'popoarelor primăvara'» («the 160 Years Since 'of Nations Springtime'») 2021 йыл 31 декабрь архивланған., Duminică de Lumina, 2008 March 23
- ↑ Anul 1848 in Principatele Romane. — Bucuresti, 1902. — Т. V. — С. 176—179.
- ↑ Căzănişteanu, C; Berindei, D.; Florescu, M.; Niculae, V din Revoluţia română 1848. Bucharest : Politică Editura, 1969, p.109-149.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Hitchins, p.238
- ↑ Ghervas, Stella [Гервас, Стелла Петровна]. Réinventer la tradition. Alexandre Stourdza et l'Europe de la Sainte-Alliance. — Paris: Honoré Champion, 2008. — С. 180. — ISBN 978-2-7453-1669-1.
- ↑ Hitchins, p.237-8
- ↑ 13,0 13,1 Ҡалып:Ro icon Dan A. Lăzărescu, «1848: Revoluţia intelectualilor» («1848: the Intellectuals' Revolution») 2007 йыл 21 май архивланған., in Magazin Istoric, June 1998
- ↑ Ҡалып:Ro icon Dumitru Băluţă and Matei-Golfin, «lui Cuza Alexandru căderea Ascensiunea Ioan şi» («Alexander The Rise and Fall of Cuza John»), Sud de Gazeta, January 2008 19
- ↑ 15,0 15,1 «Mihail Kogălniceanu» 2004 йыл 3 ғинуар архивланған., in the Encyclopedia of Revolutions of 1848 2007 йыл 23 июнь архивланған., at Ohio University
- ↑ Hitchins, p.245
- ↑ Всемирная история. Энциклопедия. — 1961. — Т. 6.
- ↑ Румыния // Большая советская энциклопедия.
- ↑ История Румынии 1848—1917. — Москва, 1971. — С. 57.
- ↑ Hitchins, p.249
- ↑ Neagu Djuvara, Occident Între şi Orient. La Ţările începutul epocii române moderne («Orient Occident and Between. Romanian at The the beginning of the modern Lands era»), Humanitas, Bucharest, 1995
- ↑ Hitchins, p.276
- ↑ «Ghika, Grégoire», in générale temps Nouvelle reculés плюс biographie à les jours nos jusqu’les depuis, 20 Tome, Firmin Didot, Paris, 1857, p.394
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Keith Hitchins, The Romanians, 1774—1866, Oxford Press University, USA, 1996.