Молдова Халыҡ фронты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Молдова Халыҡ фронты
Нигеҙләү датаһы 1989
Дәүләт Flag of Moldova.svg Молдова
Commons-logo.svg Молдова Халыҡ фронты Викимилектә

Молдованың Халыҡ фронтыМолдавия Совет Социалистик Республикаһында һәм Молдова Республикаһында сәйәси хәрәкәт. Молдованың Халыҡ фронты формаль рәүештә 1989 һәм 1992 йылдар араһында йәшәгән. Молдованың Халыҡ фронты алдынан Молдованың Демократик хәрәкәте (1988—1989) булған. Уның вариҫы — Христиан-демократик халыҡ фронты (1992—1999), бынан 1999 йылда Молдованың Христиан-демократик халыҡ партияһы ойошторолған.

Халыҡ фронты милли кимәлдә бик яҡшы ойошторолған, ул бигерәк тә этник румындар йәшәгән райондарҙа һәм баш ҡала Кишинёвта хуплау тапҡан. Ойошма власҡа килеүгә ҡарамаҫтан, эске бәхәстәр халыҡ хуплауының тиҙ кәмеүенә килтергән һәм 1993 йылда Молдованың Халыҡ фронты көнәркәшлек иткән бер нисә фрауияларға тарҡалған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1988 йылда ике оппозиция төркөмдәре барлыҡҡа килгән: Үҙгәртеп ҡороу өсөн демократик хәрәкәт һәм Алексей Матеевич исемендәге музыкаль-әҙәби клуб. 1989 йылдың 20 майында Молдавия Совет Социалистик Республикаһының автономияһы өсөн сығыш яһаған Молдованың Халыҡ фронты төҙөлә. Ошо ойошмалар ҡатнашлығында 1989 йылдың йәйендә Кишинёвта күп һанлы демонстрациялар уҙған. Демонстранттар Молдованың сәйәси һәм иҡтисади үҙаллылығын, 1939 йылғы Германия-СССР килешеүе эҙемтәләрен бөтөрөүҙе, республиканың рәсми теле статусында латин графикаһы нигеҙендәге молдаван телен таныуҙы талап иткәндәр. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, демонстрацияларҙа артабанғы лозунгтар яңғыраған: «Молдова — молдавандарға!», «Сумаҙан — вокзал — Рәсәй»[1][2]. Башҡа сығанаҡтарға ярашлы, бындай лозунг Молдовала тик бер тапҡыр урыҫ теле прессала гипербола булараҡ телгә алынған. Быға яуап итеп 8 июлдә «Унитате-Берҙәмлек» хәрәкәтенең ойоштороу съезы үткәрелгән. 1989 йылдың 31 авгусында Молдавия ССР-ының Юғары Советы молдаван телен «сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә» рәсми тел тип, ә урыҫ телен милләт-ара аралашыу теле тип иғлан иткән. Латин графикаһында молдаван телен ҡайтарыу тураһында закон ҡабул ителгән. Халыҡ фронты хуплауында Юғары Советтың рәйесе итеп Мирча Снегур һайланған.

1990 йылдың 25 февралендә Молдавия ССР-ының Юғары Советына тәүге ирекле һайлауҙар уҙғарылған. Халыҡ фронты яҡлылары депутат мандаттарының 25 % алған. 1990 йылдың 27 апрелендә дәүләт символикаһы алмаштырыла һәм күк-һары-ҡыҙыл төҫлө Молдавия флагы ҡабул ителә. 1990 йылдың 24 майында Халыҡ фронтына оппозицияла булған депутаттар Молдова парламенты составынан сыҡҡандар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ЖУРНАЛ РГГУ. Новый исторический вестник № 17 (1) 2008. Н. И. Харитонова. ПРИДНЕСТРОВЬЕ: ВОЙНА И ПЕРЕМИРИЕ (1990—1992 гг.)
  2. Приднестровье // Молдавия. Современные тенденции развития — Б. 373.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]