Le Monde
Le Monde | |
Тип |
көндәлек гәзит |
---|---|
Тиражы |
364 240 дана (2014) |
Веб-сайты | |
Le Monde Викимилектә | |
Монд (франц. Le Monde, фр. теленән «донъя») — социаль-либераль ҡарашлы француз көндәлек киске гәзите.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1944 йылда Шарль де Голль ҡарарына ярашлы Юбер Бёв-Мери тарафынан Монд гәзитенә нигеҙ һалына[1]. Гәзиттең тәүге һаны 1944 йылдың 19 декабрендә донъя күрә. 1995 йылдың 19 декабрендә гәзитте интернетта онлайн рәүештә уҡыу мөмкинлеге асыла.
Хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылға тиклем баҫманың иң ҙур акционеры (акцияларҙың 53 %) гәзиттең журналистары штаты булған. Ҡалған акцияларҙы Danone һәм BNP Paribas компаниялары һәм француз магнат Франсуа Пино үҙ-ара бүлешкән. 2010 йыл аҙағында банкрот хәлендә ҡалған гәзит акцияларының 64 %-ын Ксавье Ньель, Матье Пига һәм Пьер Берже $150 млн хаҡҡа һатып алалар. Яңы хужалары компанияла реструктуризация башҡарып, аҙаҡҡы ун йыл эсендә Le Monde тәүге тапҡыр килемле эшләй башлауына ирешә.
Директорҙар советы етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юбер Бёв-Мери (Hubert Beuve-Méry), 1944—1969
- Жак Фове (Jacques Fauvet), 1969—1981
- Клод Жюльен (Claude Julien), 1981—1982
- Андре Лоран (André Laurens), 1982—1985
- Андре Фонтен (André Fontaine), 1985—1991
- Жак Лесурн (Jacques Lesourne), 1991—1994
- Жан-Мари Коломбани (Jean-Marie Colombani), 1994—2007
- Пьер Жанте (Pierre Jeantet), 2007—2008
- Эрик Фотторино (Éric Fottorino), 2008—2011
- Эрик Израэлевич (Erik Izraelewicz), 2011—2012 [2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Thogmartin Clyde. The Golden Age and the War Years // The National Daily Press of France. — Summa Publications, Inc, 1998. — P. 113. — ISBN 1-883479-20-7.
- ↑ Erik Izraelewicz succède à Eric Fottorino au poste de directeur du "Monde" (фр.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Le Monde Викимилектә | |
Le Monde Викияңылыҡтарҙа |