Эстәлеккә күсергә

Мораҡ уйпатлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мораҡ уйпатлығы

Мораҡ уйпатлығы, Мораҡ депрессияһы (рус. Мраковская депрессия) — Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндә ҙур кире тектоник структура. Флишоид (карбон), биогерм (аҫҡы пермь), галоген (көңгөр ярусы) һәм ҡыҙыл төҫлө өҫкө пермь терриген ҡатламдары менән тулған тар тәрән асимметрик синклиналь булып тора, ҡалынлығы 1-2 км-ға етә.

Шихан-Ишембай биләненән төньяҡҡа (Ишембай ҡалаһы киңлеге) Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ сигенә тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙыла.

Тектоник һәм эрозия килешмәүсәнлектәре менән бүленгән кристалл нигеҙ тоҡомдарынан, рифей-венд һәм палеозой ҡатламдарынан торған 3 структур ҡатлам айырыла.

көнбайыш (тышҡы) зона

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында түбәнге пермь ҡатламдарында ишембай тибындағы нефть ятҡылыҡтарын һыйҙырған риф массивтары үҫешкән.

Бында кинйәбулат тибындағы йыйырсыҡтарҙа бер нисә нефть һәм газ ятҡылығы: Бөркөт, Волостновка, Воскресенск, Исем, Подгорный, Һарытау ятҡылыҡтары асылған.

Бында ҡаплау шыуҙырмалары менән боҙолған юғары амплитудалы йыйырсыҡтар үҫешкән.

  • Новые данные о строении Южной части Предуральского прогиба по результатам сейсмических работ// Светлакова А. Н., Разуваев В. И., Горожанина Е. Н., Пучков В. Н., Днистрянский В. И., Гореликов В. И., Побережский С. М., Горожанин В. М. Доклады Академии наук, Том 423, Выпуск 4, 502—506.

Мраковская депрессия 2016 йыл 7 апрель архивланған.

Уйпатлыҡта урынлашҡан Ишембай ҡалаһы күренеше