Морозовская станцияһы
Станция Морозовская Мариновка — Лихая, Морозовская — Черкасск | |
Төньяҡ-Кавказ тимер юлы | |
Тимер юлы бүлексәһе: |
Ростов төбәге |
---|---|
Асылған: | |
Платформалар һаны: |
2 |
Платформаның тибы: |
островные |
Расположение: | |
Станция коды: |
588302 |
Код в АСУЖТ: | |
«Экспресс-3» коды |
2064610 |
Викискладе | на
Моро́зовская — Ростов өлкәһенең Морозовск ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан, Төньяҡ-Кавказ тимер юлының Ростов төбәгендәге мөһим тимер юл станцияһы. Станциянан көнсығыштараҡ Төньяҡ-Кавказ һәм Волга буйы тимер юлдарының сиге үтә.
Станция аша Волгоград — Лихая юлы үтә. Пассажирҙар поездарын «Максим Горький исемендәге» Волга буйы тимер юлдарының ТЭП70 өҫтәлмә яҙыу ТЧ-3 «Волгоград-1» локомотивтары; ә йөк поездарын— 2ТЭ116 өҫтәлмә яҙыу ТЧ-4 локомотивтары хеҙмәтләндерә. Депо бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морозовская тимер юл станцияһы 1900 йылда асыла[2]. Баштан уҡ станцияның үҙ паровоз депоһы эшләй, унда локомотивтарҙы техник хеҙмәтләндереү һәм урта ремонт башҡарыла. 1940-сы йылдар аҙағында, Цимлян ГЭС-ы һәм Волга-Дон каналы төҙөлөү менән бәйле, күләмле эш урындарына техниканы, ҙур күләмдәге төҙөлөш материалдарын, эшселәрҙе ташыу мәсьәләһе киҫкен тора. Тимер юлын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Морозовская станцияһы урынлашҡан Сталинград — Лихая юлы, гидроузел төҙөлгән урынға төньяҡ-көнбайыш яғынан мөмкин тиклем яҡынайтыла. Паровоз депоһы булыуы һәм географик яҡынлығы арҡаһында, тап Морозовская станцияһы яңы тимер юл тармағында иң мөһим станция сифатында һайлап алына. Цимлянскка тиклем юл 1949 йылда төҙөлә. Төҙөлөүсе объекттарға ваҡ таш менән щебень Морозовская аша көнбайыш йүнәлештән алып киленә[3].
1997 йылдан 2017 йылға тиклем Морозовскаянан Цимлянск яғына хәрәкәт бикле була. Тик 2017 йылдың 28 мартынан һуң ғына, ремонт-тергеҙеү эштәре тамамланғас, Морозовская — Куберле линияһы буйынса йөк поездары хәрәкәте яңынан башлана. Ошо арҡала, Морозовская станцияһының былай ҙа әҙ үткәреү һәләте тағы ла тәүлегенә уртаса 10 поезға арта. Хәрәкәтте асыу Кавказ һәм Керчь һыу аша сығыу урыны яғына линияла көсөргәнеште кәметеү өсөн эшләнә[4].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Станцияла пассажирҙарға билет һатыу, пассажирҙарҙың багажын ҡабул итеү һәм биреү, контейнерҙар ҡабул итеү һәм биреү эштәре башҡарыла[5].
Станция бинаһында кассалар һәм көтөү залы урынлашҡан.
Станция буйынса ҡала яны бәйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
Ҡала яны | Морозов — Гуково | Ҡала яны | Гуково — Морозов |
Ҡала яны | Морозов — Лихой | Ҡала яны | Лихой — Морозов |
Станция буйынса алыҫҡа йөрөүсе поездар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың июль мәғлүмәттәре буйынса, станция аша алыҫҡа йөрөүсе түбәндәге поездар үтә:
Йыл әйләнәһенә поездар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
339 | Түбәнге Новгород — Новороссийск | 340 | Новороссийск — Түбәнге Новгород |
Миҙгелле поездар әйләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд № | Хәрәкәт маршруты | Поезд № | Хәрәкәт маршруты |
---|---|---|---|
241 | Иркутск — Адлер | 242 | Адлер — Иркутск |
251 | Барнаул — Адлер | 252 | Адлер — Барнаул |
269 | Чита — Адлер | 270 | Адлер — Чита |
273 | Северобайкальск — Адлер | 274 | Адлер — Северобайкальск |
469 | Саратов — Новороссийск | 470 | Новороссийск — Саратов |
477 | Силәбелә — Адлер | 478 | Адлер — Силәбелә |
493 | Ульяновск — Анапа | 494 | Анапа — Ульяновск |
525 | Орск — Адлер | 526 | Адлер — Орск |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М.: Транспорт, 1981
- ↑ Регионы России / Ростовская область / Морозовск 2017 йыл 13 июнь архивланған.
- ↑ Поезд едет в Волгодонск . Блокнот. Дата обращения: 18 апрель 2017.(урыҫ.). Блокнот. 18 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Участок Морозовская – Черкасская принял грузовые поезда . Гудок. Дата обращения: 18 апрель 2017.(урыҫ.). Гудок. 18 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ Контейнерные перевозки грузов — Морозовская(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МОРОЗОВСКАЯ | Железнодорожная станция 2016 йыл 5 март архивланған.
- Железнодорожная станция МОРОЗОВСКАЯ 2018 йыл 12 ғинуар архивланған.