Эстәлеккә күсергә

Морозовск крайҙы өйрәнеү музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Морозовский краеведческий музей
Асылған ваҡыты 1994 год
Урынлашыуы Ростовская область г. Морозовск
Директор Архангельская Н.П
Сайт morozovsk-museum.ru

Морозовск тыуған яҡты өйрәнеү музейыРостов өлкәһенең Морозовск ҡалаһында урынлашҡан. 1904 йылда төҙөлгән бинала 1994 йылда асылған.

Тарихы һәм тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы «Морозов крайҙы өйрәнеү музейы» (МБУК МКМ) Морозовск ҡалаһының үҙәгендә урынлашҡан. Музей бинаһы XX быуат башында элекке Любимов утары ситендә төҙөлгән. Тәүҙәрәк бинала сауҙагәр Секретовтың кибете була, унда аҙыҡ-түлек (тоҙ, бойҙай) һәм алтын әйберҙәр һатыла. 1919 йылда Октябрь революцияһынан һуң бинала канцелярия магазины урынлаша

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, немец оккупацияһы ваҡытында 1942 йылдың 14 июленән алып 1943 йылдың 4 ғинуарына тиклем бинала склад була.

Бинаны тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыу 1992 йылда ҡабул ителә. Музей итеп яңынан ҡороу ике йыл дауам итә, экспозициялары булдырыла. Морозов тыуған яҡты өйрәнеү музейын асыу датаһы — 1994 йылдың 19 июне. Музейҙың ҙур бинаһында ҡала, район тарихы, уның кешеләренең тормошо күрһәтелә. Бында Морозовск территорияһында табылған археологик табылдыҡтар, тарих, мәҙәниәт, милли фольклор геройҙары, рус, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төркмән, үзбәк халыҡ ижады тураһында материалдар тупланған. Музейҙа ҡырғыҙ халатын, үзбәк пиалаһын, атаман власының символдарын, урындағы рәссамдарҙың картиналарын күрергә мөмкин.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейы күргәҙмәләрендә Морозовск районы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың биҙәү-ҡулланма ижады һәм көнкүреше әйберҙәрен, Морозовск районы халҡының шәхси коллекциялары әйберҙәрен күрергә мөмкин[1]. Музей бинаһы фасадында край тарихын сағылдырған дүрт барельеф ҡуйылған. Ике барельефта ике тимерсе менән тимерлек һүрәтләнгән, ике егелгән үгеҙҙә ер тырматыу, башҡаларында казак ҡорал менән атта һәм далала.