Эстәлеккә күсергә

Моррисон Джон Трейси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джон Трейси Моррисон
ингл. John Tracy Morrison
Джон Трейси Моррисон
Флаг
Флаг
губернатор Айдахо
Флаг
Флаг
5 января 1903 — 2 января 1905
Вице-губернатор: Джеймс Стивенс[en]
Алдан килеүсе: Фрэнк Хант
Дауамсы: Фрэнк Гудинг
 
Дине: Пресвитерианлыҡ[d]
Тыуған: 25 декабрь 1860({{padleft:1860|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
округ Джефферсон, Пенсильвания
Үлгән: 20 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (54 йәш)
Бойсе, Айдахо
Партия: республиканская
Белеме: Юридический факультет Корнелльского университета[d]

Джон Трейси Моррисон (ингл. Moses Alexander; 1860 25 декабрь, ҡала округы Джефферсон, Пенсильвания20 декабрь 1915, Бойсе, Айдахо) — Айдахо штатының 6-сы губернаторы.

Джон Трейси Моррисон 1860 йылдың 25 декабрендә штат Пенсильвания штатының Джефферсон округында тыуған. Ул, Огайо штатының Вустер ҡалаһы колледжында уҡып, 1887 йылда гуманитар фәндәр бакалавры дәрәжәһен ала. Киләһе йыл дауамында Моррисон уҡытыу менән шөғөлләнә. Бынан һуң ул Корнелл университеты янындағы юридик мәктәбенә уҡырға инә. 1890 йылда Айдахо штатындағы Колдуэлл ҡалаһына күсеп килә һәм бында юридик практика менән шөғөлләнә.

Пресвитерианлыҡҡа тәрән тоғро булып, Моррисон Айдахо пресвитериан колледжына нигеҙ һалыуҙа, һуңынан ул ике йыл дауамында ошо колледжда уҡыта. Бынан тыш, ул Колдуэлл ҡалаһында һәм күрше Орегон штатының Вейл ҡаласығында банктарға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Бынан тыш, ун йыл дауамында, 1893-1903 йылдарҙа, Моррисон үҙе нигеҙ һалған колледждың попечителлек (бағыусылар) советына инә.

Ике тапҡыр, 1896 һәм 1900 йылдарҙа Моррисон Айдахоның легислатураһына һайлана, әммә ике тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа тарый. Әммә 1902 йылда республикандар партияһынан Айдахо губернаторына һайлауҙарҙа еңеү яулай. Ул Льюистонда губернаторлыҡ иткән ваҡытта Айдахо юғары суды нигеҙләнә; Сент-Энтони ҡалаһында реформаторий төҙөлә; сит ил компаниялары эшмәкәрлеген көйләү тураһында акт ҡабул ителә; бер нисә ведомство булдырыла. Киләһе губернатор һайлауҙарында Моррисон үҙ кандидатураһын ҡуя, ләкин еңелә. Бынан һуң ул тағы сәйәсәттән ситләшә һәм юридик практика менән шөғөлләнә.

Джон Моррисон Мэк Грейсҡа өйләнгән була. Ул Бойсела 1915 йылдың 20 декабрендә вафат була[1].

  1. John Tracy Morrison (ингл.). Find A Grave. Дата обращения: 24 ноябрь 2011. Архивировано 4 сентябрь 2012 года.